Биш йыл эсендә республика 559,5 миллион һум йәлеп итте һәм 295 социаль башланғысты хупланы.
Башҡортостан Башлығы Гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина был һөҙөмтәгә аңлатма бирҙе:
- Президент гранттары фондының берлектәге финанслауы һөҙөмтәһендә Башҡортостан халҡы өсөн тағы ла мөһим социаль проекттарға ярҙам итеү һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!