

Муса һәм Рәзинә Мәхмүтовтар - Ислам дине ҡанундарын теүәл үтәгән, ауылда ихтирамлы ғаиләләрҙән һанала. Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, аңлап йәшәүҙәре яғымлы күҙ ҡараштарынан һиҙелеп тора. Икеһе лә сығыштары менән Вәлит ауылынан, бала саҡтары, мәктәп һәм йәшлек йылдары, ғөмүмән барлыҡ тормош юлдары ошо ауыл менән бәйле. Муса Ғиҙелхаҡ улы хәрби хеҙмәткә алынып, ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡанда, Рәзинә Ғиниәтулла ҡыҙы Сиҙәм ауылының урта мәктәбен тамамлап, туған ауылында ашнаҡсы булып эшләп йөрөгән була. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәй йәштәр, бәхетен ҡулдан ысҡындырғыһы килмәгән егет тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, 1984 йылда өйләнешеп тә ҡуялар.
Ғаилә башлығы Йылайыр районының Йылайыр ауылында һөнәрселек училищеһында ветеринар һөнәренә уҡып ҡайтҡас, йәш белгесте «Хәйбулла» совхозына мал табибы итеп эшкә алалар.
- Ветеринария – ул ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Улар хайуандар сәләмәтлеген тикшереп, кеше һаулығын һаҡлайҙар. Хайуандарҙа йоғошло ауырыуҙарҙы, йоғошһоҙ сирҙәрҙе булдырмау өсөн эштәр башҡарҙыҡ. Ваҡытында дауалау-профилактик саралар үткәрҙек, төрлө вакциналар эшләнек», - тип хәтерләй хеҙмәт йылдарын Муса Мәхмүтов.
Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 2-се һанында уҡығыҙ.