Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар , 11:17

Өфөнән Тажикстанға яңы рейстар асыла

Был рейстар шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла.

Өфөнән Тажикстанға яңы рейстар асыла
Өфөнән Тажикстанға яңы рейстар асыла

4 февралдән Nordwind Airlines авиакомпанияһы Өфө — Дүшәнбе — Өфө маршруты буйынса осоштар йышлығын арттыра.

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейстар шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәрендә Boeing 737-800 самолеттарында башҡарыла. Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса 19.25 сәғәттә оса. Юлға 3 сәғәт 15 минут ваҡыт китә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһы ла Өфөнән Дүшәнбегә тура рейстар башҡара.

«Башинформ» яҙғанса, 1 ноябрҙән Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоштар программаһы киңәйә. Utair авиакомпанияһы Дубайға яңы даими рейс аса.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-16/reysov-iz-ufy-v-tadzhikistan-stanet-bolshe-4538851

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас