

13 ғинуар илебеҙҙә Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә – 1703 йылда нәҡ ошо көндә Рәсәйҙә беренсе даими “Ведомости” гәзите сыға башлай. Ул ваҡытта баҫманың тиражы - мең дана һәм мөхәррире Петр I үҙе була. Хәҙер был көн баҫма гәзиттәр өсөн генә түгел, ә электрон, интернет селтәрендә сыҡҡан баҫмалар, шулай уҡ радио-телевидение журналистары өсөн, йәғни бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн байрам булып тора.
Республиканың журналистар тармағында 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Был – баҫма ғына түгел, электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио һәм социаль селтәрҙәр. Йыл башында билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө - беҙҙең өсөн үткән йылға һығымталар яһау, был йылда илһам менән эшләү, йүнәлештәр билдәләү мәле ул.
Йыл да һаҡланып килгән йола буйынса Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен тантаналы тәбрикләү сараһы уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ойоштора.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡотланы һәм лайыҡлыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Бөгөн шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде.
Сара барышында төрлө конкурстар еңеүселәрен дә билдәләнеләр. “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу буйынса беренсе урын яуланы. Республика гәзиттәре һәм журналдары редакциялары араһында “Наркоманияны иҫкәртеүҙе яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса эштәрҙе иң яҡшы ойоштороу” номинацияһында өсөнсө урынға “Башҡортостан” гәзите лайыҡ булды. Шулай уҡ ”Башҡортостан” гәзите “Коррупцияға ҡаршы көрәш – һәр кемдең эше” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында - икенсе, “Алға” төрөндәге айырым сәнәғәт-етештереү махсус иҡтисади зона эшмәкәрлеген яҡтыртыу” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында беренсе урын яуланы.
- Быйыл 7 февралдә Башҡортостан Журналистар союзына 105 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республиканың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов һәм барыһын да Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.
Автор фотолары.