ЙӘМҒИӘТ
14 Января , 06:34

Ир-ат һөнәрен һайлаған ханым

Ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат һөнәре тип кенә айырып ҡарап та булмай, шулай ҙа һәр ирҙең дә ҡулынан килмәҫтәй эште үҙләштереп, ошо тармаҡта уңыш ҡаҙанған гүзәл заттар бар. Шундай эшлекле һәм итәғәтле аҫыл заттарҙың береһе – Һамар ауылынан Рәйлә Фәйзрахман ҡыҙы Старилова 15 йылға яҡын крансы булып эшләгән. Ул йәш саҡтан Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында төпләнеп, хеҙмәт юлын башлай.

Ир-ат һөнәрен һайлаған ханымИр-ат һөнәрен һайлаған ханым
Ир-ат һөнәрен һайлаған ханым

Ҡарап тороуға ҡатын-ҡыҙ эше булмаһа ла уның ҡеүәтле механизм менән идара итеүенә ышанып та булмай. Тонна-тонна металл конструкцияларҙы, башҡа төрлө төҙөләш материалдарын һәм ҡорамалдарын бейеккә күтәреп, билдәләнгән генә урынға ҡуйырға, йәиһә беркетергә кәрәк. Бындай эш көс тә, зиһен дә, иғтибарлыҡ та талап итә. Ә бит уға төрлө шарттарҙа эшләргә тура килә. Ҡышҡы ажғыр һалҡында ла, көҙгө быҫҡаҡ ел-ямғырҙа ла, йәйге ҡайнар ҡояш эҫеһендә лә ҡыҫынҡы ғына кабинала көнө буйына ултырыу өсөн ныҡ түҙемле булырға кәрәк. Командировкаларҙы ваҡытында теүәл генә үтәргә кәрәк, юғиһә ауыр йөк фажиғәгә килтереүе лә ихтимал. Шулай ҙа Рәйлә Фәйзрахман ҡыҙы бер ваҡытта ла зарланмай, үҙ эшен яратып башҡара. «Заводта күп нәмә минең эшемә бәйле булды, шуға күрә һәр эште яуаплылыҡ һәм тәфсирлек менән башҡарҙым», - тип йылмая крансы ҡатын. Ысынлап та, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, тәүәккәл, егәрле хеҙмәткәр ихтирам ҡаҙанып, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

  • Тормош иптәшем дә, ҡыҙым да мине йәлләп, эшемде алыштырыуымды теләнеләр, әммә коллектив һәйбәт булғас, был турала уйламаным. Икенсе һөнәр үҙләштереп иретеп йәбештереүсе лә булып эшләнем. Заводта эш етеҙлек, оҫталыҡ һәм сәләмәтлек талап итә. Ҡәтғи план талаптарын үтәргә һәм тимерҙән матур, кәрәкле әйбер ҡойорға һәм ҡорорға кәрәк. Металды иретеп йәбештереү өсөн физик көс һәм ныҡлыҡ ҡына түгел, күҙ үткерлеге лә, ҡул тилберлеге лә мөһим. Оҙаҡ йылдар заводта эшләүем менән ғорурланам. Иретеп йәбештереү хеҙмәте - үҙе бер сәнғәт бит ул, - ти Рәйлә Старилова. Тимер битлеген йәнә йөҙөнә төшөрөп, эшенә тотоноуы була, ян-яҡҡа гүйә фонтандай утлы осҡондар оса башлай. Металды буйһондороу ҡатын кешегә еңел булмағандыр, моғайын. Тап бына ошондай таһыллыҡ талап иткән, яратҡан эшендә көс түгә лә инде Рәйлә Фәйзрахман ҡыҙы. Шулай уҡ, ул заводта склад мөдире булып та эшләй.

Ғүмеренең күп өлөшөн ҡала менән бәйләһә лә, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡҡа ҡайтып йәшәүҙе хуп күрә. 1958 йылдың 18 ноябрендә Һамар ауылында тыуып үҫкән Рәйлә Старилова атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уға оло ҡайғы кисерергә тура килә, ҡәҙерле әсәһе, тормош иптәше Михаил һәм берҙән-бер ҡыҙы Светлана бер йыл эсендә мәрхүм булалар. Ейәнсәре Алинаны ярҙамынан ташламай, уҡытып, оло тормош юлына баҫтыра.

Тыуған ауылына ҡайтып төпләнгәс, ҡул ҡаушарып ултырмай, рәхәтләнеп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Теплица, баҡса тултырып йәшелсә-емеш ултырта. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ – лилиәнең һирәк төрҙәре, портулак, астра, георгин, тюльпан, раузалар күҙҙең яуын ала. Барыһының да үҫентеләрен һатыуға ла сығара. Ҡыҙыҡҡандарға баҡса серҙәрен дә төшөндөрә: «Һатып алғанда үҫентеләрҙе дөрөҫ һайлау мөһим. Уларҙы сыныҡтырып үҫтерһәң, һыуыҡҡа тиҙ бирешеп бармайҙар, ныҡ булалар», - ти ул. Рәйлә Фәйзрахман ҡыҙының пландары ҙур, төрлө үҫенте, сәскәләрҙең сорттарын ишәйтеү өҫтөндә эшләй. Ул баҡсасылыҡ тармағында эштәрен артабан киңерәк йәйелдереү ниәтендә субсидия алып, ике ҙур махсус теплица, бүтән кәрәк-яраҡтар һатып алып, киләһе йылға әҙерлек эштәрен дә башлап ебәргән.

  • Баҡсасылыҡ менән булышыуҙың маҡсаты килем алыу ғына түгел, ә кешеләргә матурлыҡ һәм кәйеф күтәренкелеге бүләк итеү. Сәскәләр тыуҙырған матурлыҡ үҙе бер мөғжизә, төҫтәренең сағыу, ҡабатланмаҫ булыуҙарын күҙәтергә яратам. Башҡалар ҙа ошо гүзәллекте күреп һоҡланһа, ҡәнәғәтлек кисерәм, - тип үҙ фекерен белдерә мәҡәләм геройы.

 

Мәҡәләне тулыһынса район гәзите битендә уҡығыҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас