ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 04:34

Февраль айының ниндәй булыры билдәле

Тәүҙә 0, аҙаҡ -33...

Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтарҙан һуң йәнә йылытасаҡ. Төбәктә ғинуар аҙағына тиклем һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Артабан республикаға аномаль йылылыҡ килә.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 0 градусҡа тиклем йылыта. Был февралдең тәүге көндәрендә була. Йылы һауа торошо календарь ҡыштың һуңғы айының тәүге декадаһында буласаҡ – температура -6 градустан түбән төшмәйәсәк.

Әммә февралдең икенсе декадаһы уртаһында йәнә һыуыҡтар көтөлә – төндә -33 градусҡаса һыуыҡтар көтөлә.

Ҡыш сағыштырмаса йылы һауа торошо менән тамамланасаҡ. Февраль аҙағына термометр бағанаһы нуль билдәһенән ышаныслы үтәсәк һәм +2 градусҡа етәсәк.

Фото: Әлиә Хужахмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас