

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы төбәк башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлеге рейтингын төҙөгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был исемлектәге тәүге бишәү иҫәбендә.
Мәғлүм булыуынса, республика етәксеһе социаль селтәрҙәрен әүҙем алып бара.
Күптән түгел ул төбәктә йәшәүсе православие дине вәкилдәрен Раштыуа менән ҡотланы, шулай уҡ республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ҡыҫҡаса отчет бирҙе, “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөндә лә булды. Ә аҙна аҙағында кешеләрҙең изге һыҙаттары һәм ихтирам тураһында рухлы ролик баҫтырып сығарҙы.
Фото: glavarb.ru