

Байғусҡар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға тушенка әҙерләнеләр. Итте ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта Бүребай ауылында йәшәгән Ҡолсонбаевтар ғаиләһе биргән.
«Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ илебеҙ тыныслығын һаҡлаған һалдаттарға барып етеп, уларға файҙа килтерһен. Ир-егеттәр еңеү менән тыуған яҡтарына, өҙөлөп көткән әсәләре, һөйөклө ҡатындары, балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Илебеҙ күге аяҙ булһын, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын. Изге эште ойошторған Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәйлә Зәкир ҡыҙы Рәмоваға, ауылдаштарға оло рәхмәтлебеҙ.
Динара һәм Мансур Ҡолсонбаевтар ғаиләһенә шундай сауаплы эш башҡарғаны өсөн ауылдаштары, яугирҙарҙың ата-әсәләре ҙур рәхмәт белдерәбеҙ», - ти байғусҡарҙар.