ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар , 17:43

Власҡа ышаныс рейтингы юғары

Башҡортостан санкциялар һәм махсус хәрби операция шарттарында иҡтисади тотороҡлолоҡ күрһәтә.

Власҡа ышаныс рейтингы юғарыВласҡа ышаныс рейтингы юғары
Власҡа ышаныс рейтингы юғары

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне.

Рәсәй политологы Евгений Минченко БР Башлығы Радий Хәбировтың 11 ноябрҙә үткән тура бәйләнешен “бөтә параметр буйынса ла өлгөлө” тип атаны.

– Башҡортостандың идара итеү командаһы традицион төбәк сараларын заманса баш ҡала форматтарына яраҡлаштыра, – тип иҫәпләй ул. Башҡортостанда тәүге тапҡыр бер үк ваҡытта матбуғат конференцияһы һәм тура эфир элементтары ҡулланылды.

Элек дәүләт башлығының тура бәйләнешенә хас булған күп каналлы коммуникация моделе республика өсөн нормаға әүерелә. Тура бәйләнеш ваҡытында республиканың социаль-иҡтисади хәле тураһында бөтә мөһим мәғлүмәт яңғыраны: Башҡортостан санкциялар һәм махсус хәрби операция шарттарында иҡтисади тотороҡлолоҡ күрһәтә. Республика етәксеһе властарға ҡыҙыҡлы булған һорауҙарҙы түгел, ә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ҡарай”, – тип инана Е. Минченко.

Политолог Марат Мәрҙәнов фекеренсә, тышҡы ҡаршылыҡтарға һәм хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышыу ынтылыштарына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәл тотороҡло ҡала.

– Рәсәй Президенты Владимир Путинға ла, республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ла ышаныс рейтингы беҙҙә тотороҡло юғарылыҡты һаҡлағанын билдәләү мөһим, – тип раҫлай ғалим. – Был ваҡытлы күренеш түгел, ә эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе.

Шул уҡ ваҡытта дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәгән Башҡортостан илдең иң ҙур төбәктәре иҫәбенә инә. Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть химияһы, агросәнәғәт секторы һәм алдынғы технологиялары бар, ул ҡеүәтле сәнәғәт потенциалына эйә. Иҡтисади мөһимлектән тыш, республика Рәсәйҙең мөһим эшлекле һәм мәҙәни үҙәге булып тора, шулай уҡ Белоруссиянан алып Ҡытайға тиклем – БДБ-лағы һәм Евразия киңлегендәге күп кенә илдәрҙең тышҡы иҡтисади партнеры ла.

Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

       Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас