Башҡортостанда Яңы йылдың тәүге минутында өс сабый яҡты донъяға ауаз һалған. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
"Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында 0:01сәғәттә 3800 грамм ауырлығындағы матур ҡыҙ донъяға килгән. Ул Өфөнән Любовь Гайтанова һәм уның ире Анатолийҙың икенсе сабыйҙары.
Ошо уҡ ваҡытта Республика клиник перинаталь үҙәгендә Өфөнән Ангелина Бобылева икенсе тапҡыр әсәй булған. Уның улы донъяға килгән.
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ла ошо ваҡытта бер бәләкәс тыуған. Ул Айгөл Хәмиҙуллинаның тәүге сабыйы.
1 ғинуарҙа төн уртаһынан алып 8:00 сәғәткә тиклем Башҡортостанда туғыҙ бала - дүрт малай һәм биш ҡыҙ яҡты донъяға ауаз һалды. Атай-әсәйҙәрен был мөһим ваҡиға менән ҡотлайым! Сабыйҙарға һәм уларҙың әсәйҙәренә ныҡлы һаулыҡ теләйем. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән!" – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...