ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2025, 09:41

Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты

Мәскәүҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында Шүлгәнташ мәмерйәһе рәсми рәүештә ойошманың бөтә донъя мираҫы объекттары иҫәбенә индерелде. 

Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объектыБашҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты
Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала әйтте.

«Беҙ Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институты менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Рәсәйҙә геопарктарҙың милли системаһын бергәләп үҫтерергә килештек. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бындай геопарктар илдә икәү генә, икеһе лә беҙҙең республикала урынлашҡан», — тип билдәләне Хәбиров.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия рәйесенә республикаға бай мәҙәни, тәбиғи, тарихи мираҫты һаҡлау йәһәтенән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-29/peschera-shulgan-tash-v-bashkirii-priznana-ob-ektom-vsemirnogo-naslediya-yunesko-4523931

Автор: Иван Вавилов
Автор:
Читайте нас