ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2025, 14:55

Өфөлә Ағиҙел майҙаны булдырыла!

  

Өфөлә Ағиҙел майҙаны булдырыла!Өфөлә Ағиҙел майҙаны булдырыла!
Өфөлә Ағиҙел майҙаны булдырыла!

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйындағы биләмәгә исем һайланды – Ағиҙел майҙаны. Бөгөн депутаттар ҡала советының 58-се ултырышында ошондай ҡарарҙы раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ өфөләр үҙҙәренә оҡшаған исем өсөн тауыш бирҙе. Троицк, Халыҡтар Дуҫлығы, Иван Нагой, Ағиҙел, Хеҙмәт батырлығы һәм даны, Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ, Дуҫлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, Өфө колоннадаһы, Аҡ пристань һәм Беренсе ҡала кеүек варианттар бар ине. 

Фото: Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас