«Илдең төп законы граждандарҙың хоҡуғын һәм иркен, беҙҙең ҡиммәттәрҙе яҡлай. Лайыҡлы тормош һәм үҫеш өсөн мөмкинлектәр булдыра. Ул йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе булып тора, дәүләттең тотороҡлолоғон гарантиялай», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең МАХ-тағы каналында.
Бөгөн Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле батальон хәрбиҙәре лә Башҡортостан халҡын Рәсәй Конституцияһы көнө менән ҡотланы.