ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2025, 09:05

Республикала «Һалымдар төнө» иғлан ителде

Һуңлаусылар төнгө 12-гә тиклем мөлкәт һалымдарын түләй һәм проблемаларын хәл итә ала.

Республикала «Һалымдар төнө» иғлан ителдеРеспубликала «Һалымдар төнө» иғлан ителде
Республикала «Һалымдар төнө» иғлан ителде

Бөгөн, 1 декабрҙә, физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымын һәм килемгә НДФЛ түләү ваҡыты тамамлана. Был көндө Башҡортостанда йәшәүселәр һалым түләүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төн уртаһына тиклем 8 (347) 215-10-70, өҫтәмә 55-55 номеры буйынса ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратырға мөмкин.

Һалым инспекторҙары шылтыратыусыларҙы мобиль ҡушымтала йәки Федераль һалым хеҙмәте сайтында һалым түләргә өйрәтә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» быйыл транспорт өсөн иң күп һалымды Lamborghini Huracan автомобиле хужаһы түләүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-01/v-bashkirii-ob-yavili-noch-nalogov-4488004

Автор: Элина Әхмәтова
Автор:
Читайте нас