

Күп бала үҫтереү маҡтаулы ғына түгел, ҙур яуаплылыҡ та талап иткән бурыс. Заман ауырлыҡтарынан өҫтөн булып, күп итеп балалар тәрбиәләүгә көс тапҡан әсәйҙәр бөгөн дә арабыҙҙа бар. Аҡъяр ауылынан биш бала әсәһе Резеда Мәхмүтова шундайҙарҙың береһе.
Резеда Хәтип ҡыҙы 1991 йылда Иҫәнгилде ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Йылайыр ауыл хужалығы техникумында белем ала. 2011 йылда Вәлит ауылы егете Нияз Фәтих улы менән ғаилә ҡоралар. Йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп бер-бер артлы сәскәләй дүрт ҡыҙы һәм кинйә улдары донъяға килә. Әле өлкән ҡыҙҙары Риана 7-се класта, Айзилә 6-сы, Нәркәс 4-се, Гөлкәй 2-се класта 2-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала. Улдары Илназ “Бәпембә” балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларының барыһы ла төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Риана ирекмән, мәктәптә “Беренселәр” хәрәкәте ағзаһы, Айзилә музыка менән шөғөлләнә, йырлай. Сәнғәт мәктәбендә фортепиано, хор класында уҡый. Нәркәс спортты үҙ итә, физкультура-һауыҡтырыу комплексына, бассейнға йөрөй. Гөлкәй оҫта ҡулдар түңәрәгендә шөғөлләнә. Илназ балалар баҡсаһында шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнаша.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 47-се һанында