ЙӘМҒИӘТ
26 Ноября 2025, 15:13

Башҡортостанда Әсә көнө уңайынан «Ғаилә менән ял» уҙғарыла

29 ноябрҙә Башҡортостанда Әсә көнөнә ҡарата «Ғаилә менән ял» ойошторола, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы.

Башҡортостанда Әсә көнө уңайынан «Ғаилә менән ял» уҙғарылаБашҡортостанда Әсә көнө уңайынан «Ғаилә менән ял» уҙғарыла
Башҡортостанда Әсә көнө уңайынан «Ғаилә менән ял» уҙғарыла

Байрам программаһында ижади сығыштар һәм концерт номерҙары; «Әсәй — иң яҡшы белеүсе» интеллектуаль викторинаһы; балансты һәм гармонияны һаҡлау тураһында «Әсәй ресурсы» лекцияһы; оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар; «Ныҡ итеп ҡосаҡлайым» флешмобы һәм күмәк фото; тәм-том менән сәй эсеү һәм башҡалар бар. Сара бушлай.

Һылтанма буйынса ҡалалар һәм «Ғаилә менән ял» майҙансыҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға, шулай уҡ ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-20/v-bashkirii-ko-dnyu-materi-proydet-semeynyy-vyhodnoy-4475443

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас