

Яныбай Хамматов ике тиҫтәгә яҡын тарихи роман авторы булараҡ билдәлелек яулаған. Әҫәрҙәрен ул илебеҙҙең төрлө ҡалаларының архив документтарына таянып яҙған. Ә «Төньяҡ амурҙары» романына тотонор алдынан яҙыусы ата-бабалары эҙенән Парижға тиклем барып етә. Француздар менән осрашыуҙарҙың береһендә ул төньяҡ амурҙары вариҫы булыуын әйтеп, «Илсе Ғайса»ны йырлап ебәрә. Яныбай Хамматов башҡарыуында был йыр музейҙы асыу тантанаһында яңғырауы һәм уға уның бүләсәре Нәйлә Атанғолова ҡушылыуы тулҡынландырғыс булды. Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы Зарина Ғөбәйҙуллинаның Абдулхаҡ Игебаевтың “Оло дуҫҡа – Яныбай Хамматовҡа” тип аталған шиғырын һөйләүе лә сараға йәм өҫтәне.
Яныбай Хамматовтың ауылдашы Хафиз Мөжәүир улы Иҙрисов Исмаҡай халҡы, яҡташтары исеменән яҙыусыға хөрмәтен еткерҙе.
Яныбай Хамматовтың берҙән-бер иркәләтеп-яратып үҫтергән ейәнсәре, Республика тире-венерология диспансерының баш табибы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматова 2021 йылда өләсәһе мәрхүмә булғас, бер нисә айҙан әсәһе лә баҡыйлыҡҡа күскәс, олатаһының әҙәби мираҫын халыҡҡа еткереү, уны һаҡлау яуаплылығы үҙенең иңенә төшөүен, был юлда үҙенә бихисап кешеләрҙең ярҙам ҡулы һуҙыуы хаҡында һөйләне. “Милли музейҙа күргәҙмә асылыуы - ошо эштәрҙең иң әһәмиәтлеләренең береһе. Уға ниндәй ҙур хеҙмәт һалыныуын күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, Милли әҙәбиәт музейы, милли архив менән берлектә тотош бер ғилми эш әҙерләнде тиергә була. Документтарҙы матур итеп күрһәтеүгә көс һалған рәссамдарҙың өлөшө лә ҙур. Күргәҙмә олатайымды хөрмәт итеп, ысын күңелдән эшләнгән. Шуның өсөн барыһына ла рәхмәтлемен, – тине ул күргәҙмәне асыу тантанаһында.
Милли музей әҙерләгән бай программаға яҙыусылар менән ижади осрашыуҙар, Хамматовтың хәҙерге әҙәбиәткә йоғонтоһо тураһында лекциялар уҡыу, хатта уның иҫтәлегенә шахмат турниры үткәреү ҙә ингән. Барлыҡ Өфө халҡын һәм уның ҡунаҡтарын ошо "алтын күпер" аша үтеп, Яныбай Хамматовтың иҫ киткес донъяһын асырға саҡырабыҙ. Күргәҙмә 2025 йылдың ноябренән 2026 йылдың ғинуар уртаһына тиклем эшләйәсәк.
Башҡортостан Республикаһының милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов:
– Мәктәп йылдарында мауығып уҡый торғайным Яныбай ағайҙың романдарын. Моғайын, уның әҫәрҙәрен уҡып үҫеүсе тотош бер быуын булдыҡ, тиһәм дә хаталанмам. Яныбай ағайҙың "тарихта Шәхес" күрһәтеү фекере бик төплө: халыҡ шәхесте күтәргән һымаҡ, шәхестәр ҙә халыҡты күтәрә, тигән оло яҙыусыбыҙ. Шуға күрә беҙҙең күргәҙмә быйылғы юбилей сараларын йомғаҡлау булыуына шатмын. Әлбиттә, был оло ғорурлыҡ һәм оло яуаплылыҡ та. Был күргәҙмәне бер йыл тирәһе әҙерләнек: уның тыуған ауылында, уҡыған мәктәбендә дуҫтары һәм ауылдаштары менән осраштыҡ. Күргәҙмәлә халыҡтың күңелен яулаған тарихи әҫәрҙәр нисек тыуғанын сағылдырырға тырыштыҡ.
Проекттың кураторы, Милли музейҙың ғилми секретары Айгөл Ҡужахмәтова:
– Күргәҙмәлә төп маҡсатыбыҙ архив документтарын, шәхси әйберҙәрен күрһәтеү генә түгел. Беҙ Хамматовтың ижадсы һәм шәхес булараҡ тулы образын тыуҙырырға, уның шәхесенең киң даирәһен һәм әҙәбиәткә генә түгел, тотош башҡорт мәҙәниәтенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн күрһәтергә теләнек. Бигерәк тә йәштәр өсөн үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү нисек була икәнен аңлатыу, уның бөтә ижадына һеңгән тәрән илһөйәрлек тойғоһон тойҙортоу үтә мөһим.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева:
- Яныбай Хамматовтың бар әҫәрҙәре лә тиерлек «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. 2024 йылдың аҙағында авторҙың "Алтын юлағым" исемле автобиографик йыйынтығы беренсе тапҡыр башҡорт телендә баҫылды. Быйыл да арҙаҡлы яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, башҡорт телендә "Төньяҡ амурҙары" яңынан донъя күрәсәк. Күргәҙмә яңы йыйынтыҡҡа ла иғтибарҙы арттырыр, китап тиҙ арала китап һөйөүселәр араһында таралып бөтөр тип уйлайым.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Автор һәм Иҙел Ҡаһарманов фотолары.