Ябай ғына хәлде лә көлкөлө итеп һөйләүсе кешеләребеҙ була.Кемгәлер ул булған хәл бәлки бик ҡыҙыҡ та тойолмаҫ, әммә кемгәлер был ваҡиға күңелен асып ебәреп, иҫтәлектәргә бирелергә бер мөмкинселек бирер. Ҡайҙалыр булған хәлдәрҙе: “Мин унда булманым, күрмәнем дә, әммә шулай тип һөйләйҙәр”,-тиеп ауылдың кескәй мәҙәктәрен ҙур итеп, уның кешеләре менән булған төрлө мәрәкә осраҡтарҙы үҙебеҙ булғандай итеп һөйләп, бер йылмайып алайыҡ.
Ике дуҫ һәм биш ҡараҡ
Элек ауылдарҙа газ үтмәгән ваҡытты иҫләйһегеҙме? Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү үҙе бер эш. Аш-һыу бешереү ҡоролмалары газ балоны менән эшләй. Уларҙың да ваҡытында килмәгән саҡтары була. Бына шундай саҡтарҙың береһендә, көҙ айында, колхозда эшләп йөрөгән ике дуҫ шофер күрше ауылға йөк машинаһы менән газ балондары алып баралар. Тулы газ балондарын таратып биреп, буштарын кире һалып алалар кире йөк машинаһына. Туған тейеш ағайҙарына инеп ихлас еңгәнең сәйен эсеп, ағайҙың мәйен тәмләп ултырғансы кис етә. Ҡайтыу юлына сығыр алдынан был ике шоферҙы ағайҙары иҫкәртеп ҡуя: “Улай-былай йөрөмәгеҙ. Төрмәнән биш ҡараҡ ҡасҡан, беҙҙең яҡ урманында булыуҙары ихтимал!”. Урман ҡалын Әбеш яғында, тере айыу үҙе килеп ҡаршыңа килеп баҫһа ла аптырамаҫһың. Ағай кәңәшен тотоп тура ғына ҡайтып барғандарында быларҙың йөк машинаһының нимәһелер тыҡылдай башлай. “Ай, әттәгенәһе!”-тиешеп туҡтатып та өлгөрмәйҙәр машинаны, йөк “тиләшке”һенә кемдер “гөп” итеп менгән һымаҡ була ла тынып ҡала. Ике шофер ҡурҡыштан бер-береһенә ҡараша. “Әллә ысынлап та теге ҡараҡтар килеп мендеме тиләшкегә?”, -ти береһе. “Бар сығып ҡарап ин!”-ти икенсеһе. “Ә нимәгә мин, бар һин сығып ҡара!”-тиешеп артабан эстә ултыралар былар. Шулай итеп икеһенең береһе сыҡмай ҡарарға. Бәхеткә ҡаршы тыҡылдап ҡына ултырған машина кире эшләп китә. Юлда туҡтарға уйламайҙар ҙа. Яйлап булһа үҙҙәренең ауыл осона килеп етәләр. Ике шофер, ҡайтып еткәнсе йөк машинаһының тиләшкеһендә аңлайышһыҙ тауыштар сығарып, тегеләй- былай йөрөп ҡаҡшатҡан төрмә ҡараҡтарын бергә генә сығып ҡарарға хәл итәләр. Кәрәк була ҡалһа тиеп, һаҡлыҡ сараһы- тимер таяҡтар менән ҡоралланып сығалар. Тик тиләшкене менеп ҡарауҙары менән икеһе лә, бер-береһенә ҡарап һүҙһеҙ ҡалалар. Баҡһаң, ҡараҡтар тигәне лә баяғы тәгәрәшеп йөрөгән буш газ балондары икән! Юҡҡа ғынамы, ҡурҡҡанға ҡуш күренә тимәйҙәр, шул. Был шофер ағайҙар иһә әле лә дуҫтар, хаҡлы ялдалар. Колхоз машинаһының рулен үҙҙәренең еңел машинаһына алыштырып ,әкрен генә , бабайҙарса, елдерәләр. Шаян, һүҙгә оҫта шофер ағайҙарҙың тормошонда булған ҡыҙыҡ хәлдәре шул тиклем күп. Килештереп һөйләһәләр иҫең китеп, тыңлайһың, алдан көлөргә әҙерләнәһең . Геройҙарымдың исемдәрен яҙманым. Әммә ошо хәлде һөйләүсеһен яҙам. Ул –Йәнтеш ауылынан ғүмер буйы шофер булып эшләгән Әхмәтйән Исҡужин. Бер ихлас йылмайыу , көлөп алыу һаулыҡҡа файҙалы, ғүмерҙе бер-нисә секундҡа оҙайта, ти. Ә һеҙҙә ниндәй ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр бар?
Зимфира Ҡасҡынова