Һуңғы йылдарҙа күҙ ауырыуҙарының артыуы күҙәтелә. Ошо уңайҙан үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы табип-офтальмологы Венера Айҙашева менән нескә органыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмәләштек.
- Венера Ильяс ҡыҙы, әңгәмәне танышыуҙан башлайыҡ.
- Мин Яңы Ергән ауылында тыуғанмын, әммә бала сағым Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында үтте, аҙаҡҡы дүрт класты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланым. Күҙ табибы булып 19 йыл эшләйем. Офтальмология өлкәһе терапия, хирургия һәм даими камиллашыуҙы берләштергән, юғары технологияны талап иткән медицина һөнәрҙәренең береһе булып тора. Эштең һиҙелерлек һөҙөмтәһе мөһим: кешеләргә яҡындарының йөҙҙәрен күрергә һәм тулы тормош алып барырға мөмкинлек биреү ул.
- Беҙҙең район халҡында ниндәй күҙ ауырыуҙары йыш осрай? Күҙ ауырыуы менән сирләүселәр кәмейме, әллә артамы?
- Оло йәштәгеләр араһында катаракта, глаукома, йәш макулодистрофияһы кеүек ауырыуҙар йышыраҡ осрай. Балалар араһында миопияның үҫеше күҙәтелә. Күҙ ауырыуы менән сирләүселәр һаны арта һәм йәшәрә бара. Бынын сәбәбе — күреү көсөргәнешенең артыуы, шул иҫәптән гаджеттар ҡулланыу. Шулай уҡ, белгестәр күреү һәләтенең боҙолоуының нәҫелдән килгәнлеген, тәмәке тартыу, насар туҡланыу, эш урынын дөрөҫ ойоштормау (яҡтылыҡ етмәү, уңайһыҙ өҫтәл, ултырғыс) кеүек сәбәптәрен билдәләй.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ