ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2025, 07:07

«Беренселәр хәрәкәте» һәм «Юнармия» етәкселәре менән осрашыу

5 ноябрҙә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юнармия»ның баш штабы начальнигы, махсус хәрби операция ветераны, Рәсәй Геройы Владислав Головин (позывнойы  «Струна») һәм «Беренселәр хәрәкәте» идараһы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова менән осрашты. Көн тәртибендә - республикала патриотик тәрбиәне үҫтереү һәм йәштәр проекттарын киңәйтеү.

«Беренселәр хәрәкәте» һәм «Юнармия» етәкселәре менән осрашыу«Беренселәр хәрәкәте» һәм «Юнармия» етәкселәре менән осрашыу
«Беренселәр хәрәкәте» һәм «Юнармия» етәкселәре менән осрашыу

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бүлеүҙәре хаҡында һөйләне.

 - Минең өсөн йәш быуын менән эшләү – шәхси өҫтөнлөк, – тип билдәләне төбәк Башлығы. “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Юнармия” - флагман проекттары. Беҙ төбәктә егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы илһөйәрлек программаларына ылыҡтырырлыҡ мөхит булдырҙыҡ. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы төрлө тематик саралар ҡабул итергә әҙер – унда үҫмерҙәрҙе урынлаштырыу өсөн урындар һәм бөтә кәрәкле инфраструктура бар.

Владислав Головин республиканың ҡунаҡсыллығын һәм төбәк йәштәр сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген билдәләне.

- Бында балаларҙың ысынбарлыҡта ҡатнашыуын тәьмин итеүҙәре бик мөһим. Беҙ патриотик тәрбиәгә ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Өфөлә булған башланғыс осоу әҙерлеге менән мәктәп-интернат көслө тәьҫир ҡалдырҙы - уны тамамлағандан һуң күп балалар хәрби вуздарға уҡырға инә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Юнармия»ның баш штабы начальнигы.  

«Беренселәр хәрәкәте» идараһы рәйесе урынбаҫары йәштәр проекттарына ярҙам иткәне һәм ведомство-ара эш итеүҙең юғары кимәле өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан - власть органдары һәм йәмәғәт структураларының яраштырылған эш өлгөһө. "Беренселәр хәрәкәте" ҙур потенциалға эйә, һәм беҙ берлектәге эштең тейешле йүнәлештә үҫешәсәгенә ышанабыҙ, - тине Ксения Янова.  

Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар патриотик тәрбиә биреү һәм йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ-ара эш итеүҙе нығытырға һөйләшеп килеште.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.

Автор:Аклима Имамова

Автор:
Читайте нас