

Йәнтеш ауылында тыуған Вәлимә Сәлимйән ҡыҙына Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ни бары 6 йәш була. Атаһы беренселәрҙән булып һуғышҡа китә һәм башҡаса тыуған еренә, ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе Маһира Мирғәле ҡыҙына өс бала менән йәшәүе ҡырҡа ауырлаша һәм ул тыуған ауылы Аҡҡужаға күсеп ҡайта. Унда ла йәшәүе еңелдән булмай, Миңнур тигән ҡыҙы ҡаты ауырып үлеп китә. Башҡа балаларын һаҡлап ҡалыу, тормоштарын бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында ғаилә көҙ айҙарында күрше Бүребай ауылына күсә. 10 йәшлек Вәлимә Бүребай мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бара. Хәмзә ҡустыһын балалар баҡсаһына урынлаштырып, әсәһе Бүребай тау комбинатына эшкә төшә. Йәшәүе бер аҙ еңелләшә төшә. Вәлимә Сәлимйән ҡыҙына уҡыу еңел бирелә, алдынғылар рәтендә була.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ