

1957 йылда һәйкәлгә нигеҙ һалалар, 1965 йылда уны тантаналы асалар. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығын сағылдыра.
Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ Өфөләге йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡаланың почетлы граждандары ҡатнашты.
– Республикала йәшәүселәрҙең барыһын да был дуҫлыҡ, дөйөм берләшеү байрамы менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙың көсө – ябай булмаған ваҡытта ижад итеүебеҙҙә, киләсәкте төҙөүебеҙҙә һәм төшөнкөлөккә бирелмәүебеҙҙә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!