ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2025, 03:51

Дзерасса, Гор һәм Юзорсиф: ата-әсәләр балаларына ниндәй исемдәр һайлай?

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республикала ата-әсәләрҙең балаларына ҡушҡан популяр һәм һирәк исемдәр исемлеген яңыртҡан.

Дзерасса, Гор һәм Юзорсиф: ата-әсәләр балаларына ниндәй исемдәр һайлай?Дзерасса, Гор һәм Юзорсиф: ата-әсәләр балаларына ниндәй исемдәр һайлай?
Дзерасса, Гор һәм Юзорсиф: ата-әсәләр балаларына ниндәй исемдәр һайлай?

2025 йылдың 30 октябренә һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәре исемлегендә: Дзерасса, Нурзилә, Айшат, Владлена, Раделия. Ир-егет исемдәренә килгәндә, Гор, Юзорсиф, Вилсур, Вахтанг, Альназар.

Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Ева, Амелия, Эмилия, София, Әминә тигән исем һайлайҙар. Малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Мирон һәм Михаил тип ҡушалар.

Дзерасса – осетин нарт эпосы геройы, Һыу стихияһы хужаһы Донбеттырҙың ҡыҙы.

Юзорсиф исеме – Йософ/Йосоп йәки Иософ исеменең үҙгәртелгән формаһы. Исем ғәрәп, төрки һәм башҡа мосолман мәҙәниәттәрендә популяр. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас