ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2025, 09:17

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырылды

Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ишле ғаилә көнөн булдырыу тураһында закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырылдыБашҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырылды
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырылды

Ул 21 декабрҙә билдәләнә. Йыл аҙағында республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләрҙе, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй проекты һәм башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләйҙәр, шуға ла ошо көндө һайлағандар.

«Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу ғаилә институтын нығытыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалылыҡты пропагандалауға булышлыҡ итәсәк», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-30/v-bashkirii-dlya-mnogodetnyh-semey-uchredili-spetsialnyy-prazdnik-4447280

Автор:Альмира Давлетбаева
Автор:
Читайте нас