

Октябрҙең тамамлауына ла һанаулы ғына көндәр ҡалды, ә Башҡортостанда әлегә тиклем көндәр аномаль йылы торҙо. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, һауа температураһы норманан ике-дүрт градусҡа юғарыраҡ.
Ноябрь һәм декабрь айҙарында беҙҙе ниндәй көн торошо көтә? Рәсәй Гидрометеорология үҙәге баҫтырып сығарған октябрҙән мартҡа тиклемге температура режимының ихтималлыҡ фаразына ярашлы, көн торошо нормаға яҡын булыуы күҙаллана.
Ноябрь өсөн температура нормаһы -4,4 градус, декабрь өсөн -10,8 градус тирәһе. Фобос үҙәге мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда 9 ноябргә тиклем һауа температураһы йылы була, +2... +10 градус тәшкил итәсәк. 10 ноябрҙән һуң ғына температура минусҡа төшә, ҡар яуа башлай.
15-16 ноябрҙә төндә -20 градусҡа тиклем һыуыта. Әммә 17-21 ноябрҙә йәнә йылыныу көтөлә - +1… +6 градусҡа тиклем. Ай аҙағына йәнә -8... -16 градусҡа тиклем һыуыта.
Декабрь башы ярайһы уҡ һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ һауа температураһы -6... -16 градусҡаса түбәнәйәсәк.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!