ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2025, 11:36

Ауылды төҙөкләндереү

-

Ауылды төҙөкләндереүАуылды төҙөкләндереү
Ауылды төҙөкләндереү

Оло Әбеш ауылында төрлө төҙөкләндереү эштәре әүҙем дауам итә.
Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған иҫтәлекле урында тағы бер обелиск барлыҡҡа киләсәк - ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр яугир- яҡташтарыбыҙға арналасаҡ. Шулай уҡ Оло Әбеш ауылы зыяратында ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовиктарҙың исемлектәре яңыртып ҡуйылған.
- Әбеш ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре туҡтамай. Яңы юл билдәләре ҡуйыла, ҡоймалар алыштырыла. Ошо көндәрҙә Әбеш тауы башындағы ял урынын рәтләп буяп ҡуйҙыҡ. Сөнки ул ауылға етеп килгәндәге иң беренсе ҡоролма. Уның янында туйҙарҙы, ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршылайбыҙ. Сираттағы матур урын "Сәйфөлмөлөк өйәнкеһен" дә матур итеп буяп, тәртипкә килтереп ҡуйҙыҡ. Хакимиәт һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, - ти өмәләрҙе ойоштороусы ауылдаштар.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

 

 

Автор:
Читайте нас