

Һатыусыһыҙ кибет булмай инде, тиеүселәр булыр. Бар шул, Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Инйәр – Белорет юлында, Шайморатов һәм Варшавка ауылдары араһында урынлашҡан ул.
Был кибеттең эшләүенә дүрт йылдан артыҡ инде. Һатып алыусылар инә, үҙҙәренә кәрәкле тауарҙы һайлап ала, ә аҡсаны махсус ҡумтала ҡалдыралар, йә булмаһа онлайн-банк, йәки QR-код аша күсерәләр. Тауарҙарҙың ассортименты иһә бик бай: һөт ризыҡтары, үҫемлек майы, бал, йомортҡа, шифалы үләндәр... Бынан тыш, иген, төкләнгән бесән һәм һалам, серетмә лә һатып алып була.
Был продукцияны "Шаиморат" фермер хужалығы тәҡдим итә. Уның етәксеһе Артур Нурғәлиев - бик креатив кеше. Уның быға тиклем үҙенең хужалығында эшләүселәр араһында "шайморат" тип аталған тауар талондарын сығарыуы иҡтисад өлкәһендә ҙур иғтибар йәлеп иткән ине. Был ысул хужалыҡ финанс яҡтан ауырлыҡ кисергән мәлдә индерелә. Ауыл халҡы талондар менән урындағы магазиндарҙа иҫәпләшә, шул рәүешле тауар әйләнеше 12 тапҡырға артып, предприятие иҡтисади хәлен яҡшырта ала.
Һатыу нөктәһе юл буйында ғына урынлашҡан һәм әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып ултыра. Уның зауыҡ менән биҙәлгән биләмәһе лә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Юлсылар туҡтап, ретро автомобиль, сәскәләр, һалам төктәре янында фотоға төшөп китә.
...Бына кибеткә тағы һатып алыусылар инә Лилиә һәм Рауил Мусиндар Булгаков ауылынан икән.
- Был юлдан йыш үтеп йөрөһәк тә, магазинға ингәнебеҙ юҡ ине. Күптән түгел генә белдек, ассортимент бик оҡшаны. Әле бына бал, шулай уҡ тауыҡтар аҫтына түшәргә бесән һатып алдыҡ, - тип, аҡсаларын махсус ҡумтаға ҡалдырып, тауарҙарҙы алып сығып китте улар.
Тәүҙә был урында хужалыҡтың офисы урынлашҡан була. Шулай уҡ усаҡ яғыу өсөн ҡаҙан ҡуйыла, эргәһенә утындар өйөлә. Бер көндө хеҙмәткәрҙәр утындың әҙерәк булыуына иғтибар итә, ә усаҡ яғылмаған була. Шунда күреп ҡалалар - кемдер тәҡдимдәр яҙып ҡалдырыу өсөн тәғәйннләнгән ҡумтаға аҡса ҡалдырып киткән икән. Шул ваҡытта тыуа ла инде кибет асыу идеяһы.
- Көндөҙ офиста ултырған хеҙмәткәрҙәр һөт, ҡаймаҡ, үҫемлек майын һата, ә ял көндәрендә һәм төнөн һыуытҡысты тышҡа ҡуйып ҡалдыралар. Тора-бара продукцияны алыусылар артты һәм беҙ ассортиментты арттырҙыҡ, - ти хужалыҡ етәксеһе Артур Нурғәлиев.
Бер аҙҙан тулыһынса һатыусыһыҙ ғына сауҙаға күсәләр. Кибеттең дүрт йылдан артыҡ эшләү дәүерендә бер тапҡыр ғына аҡса етмәү осрағын хәтерләйҙәр. “Биш литрлы һауыттағы үҫемлек майын алған кешенән аҡса килмәүе бер аҙ күңелде ҡырған ине, әммә бер аҙна уҙғандан һуң, онлайн-банк аша кәрәкле сумма күсте. Күрәһең, онотҡан булғандыр”, - ти Артур Нурғәлиев.
Әйткәндәй, был магазин ҡышын эшләмәй, шуға күрә ошо көндәрҙә ул ваҡытлыса ябыласаҡ һәм яҙын ҡабат үҙ ишектәрен асасаҡ. “Шаиморат”тарға афарин! Уларҙың был магазины халыҡ өсөн уңайлы булыуы – бер, икенсенән, һәм иң мөһимелер, моғайын – ҡыҙыҡ, матур идеяларын тормошҡа ашырыуҙары менән күптәрҙең кәйефен күтәрәләр һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙәге ғәҙеллек һәм ихласлыҡтың күрһәткесе һәм өлгөһө булып торалар.
Автор фотоһы
Автор:Эльнара Шаймарҙанова