ЙӘМҒИӘТ
15 Октября 2025, 11:23

Ауыл ҡатынының байрамы ла эш менән үтә: 34 төрлө ҡорот әҙерләгән

Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Был байрамдың маҡсаты - ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлдереү, уларҙы ҡәҙерләү, яҡлау. Ауылда йәшәү, ауыл ҡатыны булыу еңелдән түгел...    

Ауыл ҡатынының байрамы ла эш менән үтә: 34 төрлө ҡорот әҙерләгәнАуыл ҡатынының байрамы ла эш менән үтә: 34 төрлө ҡорот әҙерләгән
Ауыл ҡатынының байрамы ла эш менән үтә: 34 төрлө ҡорот әҙерләгән

2008 йылдан халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Был байрамдың маҡсаты - ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибар йүнәлдереү, уларҙы ҡәҙерләү, яҡлау.

Атап әйткәндә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тормошо - ысын мәғәнәһендә үҙе бер батырлыҡ, матурлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө. Ауылда йәшәү, ауыл ҡатыны булыу еңелдән түгел. Иренә терәк кенә түгел улар, балаларына ғүмер биреүсе, уларҙы оло тормош юлына оҙатыусы оло йөрәкле әсәйҙәр ҙә.

Бөгөн балалар тәрбиәләү, ир бағыу, йорт-ҡураны ҡарау менән бер рәттән, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иңенә йәнтөйәктең киләсәк яҙмышы ла һалынған. Эш юҡ, аҡса етмәй, тип ҡайғырмай улар. Үҙ көстәре менән кәртә тултырып мал көтөп, йәшелсә, емеш-еләк ултыртып, умарта тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, бынамын тигән итеп донъя көтөргә ынтылалар.

“Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә лә төшмәй, хурлыҡҡа батмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, уларҙың сибәрлегенә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең был һүҙҙәре лә тап уыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн генә әйтелгән кеүек.

Шундай уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәй. Эльвира Юнысова ауылда сирек быуаттан ашыу ауыл клубында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, район халҡы уны оҫта ҡоротсо итеп яҡшы белә. Хужабикә әҙерләгән сейәле, муйыллы, ҡарағатлы әсе-сөсө ҡороттар төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Хәйбулла районының төп бренды булған "Ҡорот байрамы"нда Эльвира Юнысова 34 төрлө ҡорот әҙерләгән.

Ғаиләһенән дә уңған ул: ире Вил Әхмәт улы менән өс балаға матур тәрбиә биргән, ҡәйнәһе менән 18 йыл бергә йәшәп, ауылдаштарына өлгө булған.

Бына шундай уңған, сәмсел, тырыш һәм дәртле ауыл ҡатындарының матур үрнәге булған Эльвира Юнысоваға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Байрамдарығыҙ менән, хөрмәтле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас