ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2025, 08:27

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!

Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Баҡал, Сиҙәм ауылдарынан 12 егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәт итергә юлланды. Район үҙәгендәге Саҡырыу пунктында буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, ДОСААФ-тың Хәйбулла бүлеге рәйесе Фаил Юлдашбаев изге теләктәрен еткерҙе.

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!

–Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу йолаһын дауам итеп, бөгөн 12 райондашыбыҙҙы тантаналы рәүештә әрмегә оҙатабыҙ. Йыл һайын райондан 130-ға яҡын егет Рәсәй Ҡораллы көстәре сафын тулыландырып, хәрби бурыстарын намыҫлы үтәйҙәр. Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫ-иштәрегеҙ бөгөн һеҙҙе бергәләп оҙата, бер йыл үткәс ошолай шатланып ҡаршы алырға яҙһын. Хәйбулла егеттәренә тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, – тип изге фатихаһын бирҙе яҡташтарына район башлығы.

Буласаҡ һалдаттарға район хакимиәте әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары призывниктарға дәртле йыр бүләк иттте. Матур йолаға ярашлы, буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға егеттәрҙең ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла килде. Уларҙың барыһының да теләге бер булды: «Уландарыбыҙ матур хеҙмәт итеп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар. Иң мөһиме, донъялар тыныс булһын». Хәйбулла егеттәренең Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, ә уларҙы көткән атай-әсәйҙәргә, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!

 

Белешмә:

1 октябрҙә Рәсәйҙә старт алған хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа райондан йәмғеһе  75 егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла. Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡарарына ярашлы, егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Призывниктарҙың күбеһе уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә, унда улар биш айға тиклем заманса хәрби техниканы үҙләштерә һәм хәрби-иҫәп һөнәре ала. Уҡыуын тамамлағас, улар ғәскәрҙәргә ебәрелә. Призывниктар өсөн хеҙмәт итеү ваҡыты элекке кеүек ҡала һәм 12 ай тәшкил итә. Көҙгө саҡырыу кампанияһында бер нисә яңылыҡ бар. Хәҙер «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында шәхси кабинет аша электрон повесткалар ебәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ повесткалар ҙа үҙенең юридик көсөн һаҡлап ҡала. Тағы ла бер мөһим үҙгәреш – «Берҙәм хәрби иҫәп реестры» дәүләт мәғлүмәт системаһын әүҙем ҡулланыу. Был система хәрби комиссариаттарға мәғлүмәттәрҙе оператив яңыртырға һәм, иң мөһиме, онлайн рәүештә хәрби  саҡырылыштан кисектереүҙәр бирергә мөмкинлек бирә.

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас