Федоровка ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Иван Антал быйыл «Агростартап» программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алған һәм уны үҙ хужалығын үҫтереүгә йүнәлткән.
- Быйыл «Агростартап» конкурсында ҡатнашып, һөт малсылығы йүнәлеше буйынса 6 миллион һумға яҡын грант алдым. Был грант аҡсаһына яңы трактор, тырма, 30 баш эре мал, бесән әҙерләү өсөн сапҡыс һатып алдым. Грант яңы эш башлаған фермерҙар өсөн ҙур ярҙам. Яңы трактор бесән әҙерләүҙә файҙаланылды. Әле бөтә бригада уңыш йыйыу эше менән мәшғүл. Ауылда эш урындары булһын тип тырышабыҙ. Киләсәккә пландар ҙур, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, алға ҡарай барабыҙ, - тип әңгәмәне башланы Иван Антал.
Антал крәҫтиән-фермер хужалығында игенселек менән дә, малсылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, үҙ продукцияһын етештереү ҙә яйға һалынған. Был көндәрҙә хужалыҡта иген культураларын йыйыу бара.
Антал ғаиләһе үҙ эшен бер нисә йыл элек аса. Хужабикә Татьяна Николаевна юғары белемле, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, әммә ғаиләлә балалар тыуғас, үҙ бизнесын асырға ҡарар итә. Әле ул тормош иптәшенең уң ҡулы. Иван Дмитриевич, “Юбилей” ятҡылығында шахталар төҙөү идаралығында хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн тулыһынса фермерлыҡ эшенә тотонған - хужалыҡта төп эш уның иңенә төшә.
- Эште 200 гектар ерҙе эшкәртеүҙән башланыҡ, иген культуралары сәстек. Яйлап яҙғы культуралар майҙаны артты һәм әле 1,5 меңдән ашыу гектар тәшкил итә. Быйыл арпа, һоло, йомшаҡ һәм ҡаты бойҙай сәстек. Әлеге ваҡытта йомшаҡ бойҙай баҫыуын «Полесье» һәм ике “Нива-Эффект»комбайны менән урып-йыябыҙ. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 10-12 центнер тәшкил итә. Комбайнсылар Миңнулла Кәипов, Василий Трегубов һәм Никита Антал үҙ эшен еренә еткереп башҡара. «КамАЗ» автомашинаһында махсус хәрби операция ветераны Иван Кузнецов иген ташы. Әле 900 тирәһе гектар майҙанды йыйып алдыҡ, - ти Иван Антал.
Әле районда ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр ҡояшлы аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышып, көндө-төнгә ялғап эшләй. Антал Дмитриевичтың крәҫтиән-фермер хужалығында ла урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәттә бара.
-Беҙ Антингән ауылындағы тирмәнде һатып алдыҡ, ул ике йылдан ашыу инде он сығара. Башлыса үҙебеҙҙең игенде эшкәртәбеҙ. Продукциябыҙҙың сифаты һәм хаҡы, ихтыяжы иҫәбенә етештереү сығымдарын ҡапларға һәм билдәле бер килем алырға мөмкин. Әлбиттә, ҡаты бойҙайҙы һатыуҙан килем алырға иҫәп тотабыҙ, - тип һүҙен дауам итте фермер.
Антал ғаиләһе киләсәккә оптимизм һәм ҙур пландар менән ҡарай, игенселек кенә түгел, малсылыҡты ла үҫтерә, шул уҡ ваҡытта үҙ продукцияһын етештереүгә иғтибарын йүнәлткән.
- Үҙ бизнесыбыҙҙы башлағанда беҙҙә техника һәм ҡорамалдарҙан бер нәмә лә булманы, әммә хәҙер яйлап һатып ала башланыҡ. Ике йыл Себерҙә эшләп, ауыл хужалығын үҫтереүгә аҡса тупланым. Мал өсөн өс иҫке база һатып алып, уларҙы үҙ көсөбөҙ менән ремонтлап алдыҡ, Антингән, Федоровкала иген келәттәребеҙ бар, - ти Иван Дмитриевич.
Бөгөн фермерҙар бәләкәй күләмдә һөт, ҡаймаҡ, май эшләп, уларҙы төрөп, магазиндар аша һата, халыҡтың заказдарын үтәй.
Шулай итеп, Иван Анталдың ғаилә бизнесы, билдәле бер проблемаларға ҡарамаҫтан үҫешә. Татьяна Николаевна һыйырҙарҙы үҙе һауа, ә Иван Дмитриевич һәр ваҡыт бөтә эштәр үҙәгендә. Хужалыҡта 60 баш тирәһе мал иҫәпләнә, уларҙың 19-ы һауын һыйыры. Хужалыҡта ике кеше даими эшләй, бынан тыш, миҙгелле эштәргә механизаторҙарҙы йәлеп итәләр. Мәҫәлән, әлеге мәлдә алты кеше эшләй.
Хужалыҡ эшенән улдары ла ситтә ҡалмай: Никита уңыш йыйыуҙа ярҙам итә, Йылайыр ауыл хужалығы техникумы студенты, ветеринарға уҡый. Икенсе улы Ярослав та ошо уҡ уҡыу йортонда уҡый, ул буласаҡ инженер.
Күренеүенсә, ауыл хужалығы һөнәрҙәрен һайлап, улдары тиҙҙән ғаилә бизнесына белгестәр булып ҡушыласаҡ.
- Өйҙә тағы ике улым бар – Максимға – ете йәш, ул 1-се класс уҡыусыһы, Егорға дүрт йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Ярҙамсыларым үҫә. Әле өлкән улдарым үҙебеҙҙең хужалыҡта практика үтә һәм уңыш йыйыуҙа ярҙам итә. Бесән дә әҙерләштеләр. Ауыл хужалығы техникумын да үҙ теләктәре менән һайланылар. Был тармаҡта үҫешергә уйлайҙар, - тип ҡыуана Иван Антал.
Алдынғы ҡарашлы фермерға эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.