ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2025, 13:48

Ата-әсә ҡыҙҙарына ChatGPT аша исем һайлаған

Яһалма интеллект үҙенсәлекле исем тәҡдим иткән

Ата-әсә ҡыҙҙарына ChatGPT аша исем һайлағанАта-әсә ҡыҙҙарына ChatGPT аша исем һайлаған
Ата-әсә ҡыҙҙарына ChatGPT аша исем һайлаған

Күгәрсен районында йәш ғаиләнең ҡыҙҙары тыуған. Башҡортостандң Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында балаға исем һайлау тарихы тураһында һөйләнеләр.

Ғаилә башлығы Дауыт – рәссам һәм уйындар өсөн 3D персонаждар эшләй. Бер ваҡыт сираттағы персонажға исем һайларға кәрәк булғас, ул нейроселтәргә нигеҙләнгән чат-бот ҡулланған. Тәҡдим ителгән исемдәр араһында «Амайя» ла булған. Йәштәргә был исем оҡшаған, уның мәғәнәһен өйрәнеп, шуны һайлағандар. Амайя баск телендә – «тыныс», япон телендә – «киске ямғыр», ә ғәрәпсәнән «төнгө ямғыр» тигәнде аңлата.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала был исем һирәк күренеш түгел, тағы ете ҡыҙға Амайя тип ҡушҡандар.

Балаға осраҡлы исемде «ЗАГС реестры» мәғлүмәт-аналитика порталы аша ла һайларға мөмкин.

Фото:https://t.me/goskomjust

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас