

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү барышы менән танышты.
2023 йылда ошо йәмәғәтселек киңлеген үҙгәртеп ҡороуҙы күҙ уңында тотҡан “Вольный берег” проекты уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VIII Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Эш “Тормош өсөн инфраструтура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһына ярашлы алып барыла.
Яңыртылған йәмәғәтселек биләмәһенең концепцияһы нигеҙенә ете башҡорт ырыуы тураһындағы тарих һалынған. Проект авторы – Мәскәүҙең “Аффинум” компанияһы. Кураторы – Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты.
2024 йылда паркта һүтеү, яҡтылыҡ үткәреү, видеокүҙәтеү ҡуйыу, һыу һәм канализация үткәреү, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Скейтборд, теннис менән шөғөлләнеү майҙандары бар, ҡоро фонтан, бәләкәй архитектура өлгөләре ҡуйылған. Быйыл киң күләмдәге үҙгәртеп ҡороуҙар дауам итә, 30 октябрҙә эште тамамларға уйлайҙар.
– Конкурста еңеү һөҙөмтәһендә беҙ паркты төҙөкләндереүгә старт бирҙек. Һис шикһеҙ, бында шөғөлләнергә мөмкин, биләмә ҙур. Юлдар, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү, балалар өсөн күңел асыу һәм спорт зоналары барлыҡҡа килде, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Һәр муниципалитетта ошондай яҡшы парктар булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Баймаҡта хәҙер ундай киңлек бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.