ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2025, 05:48

Рәхмәт һиңә, ҡартатай!

Илебеҙҙә һуғыш шауҡымы теймәгән бер ғәилә лә юҡтыр. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға, ҡартатайым үҙ өлөшөн индергән.

Рәхмәт һиңә, ҡартатай!Рәхмәт һиңә, ҡартатай!
Рәхмәт һиңә, ҡартатай!

Ҡартатайым Имаметдин Сәйфөлмөлөк улы Юланов 1915 йылда Смаҡ ауылында тыуған. Ауылда биш класты тамамлағас, колхозға эшкә төшә. 1933 йылда Зөбәйлә тигән ҡыҙға өйләнә. Йәштәр матур йәшәп китәләр. Ике йылдан уны әрме сафтарына алалар. Әрменән ҡйтҡас колхозда эшен дауам итә. Шул йылда беренсе ҡыҙҙары – әсәйебеҙ  Сәғирә доньяға килә. Икенсе йылына бөтә кешене хәүефкә һалып һуғыш башлана. Күп уйлап тормай ҡартатайыбыҙ, беренселәрҙән булып, 1941 йылдың 26 июлендә һуғышҡа китә.

Ниҙәр генә күрмәй, ниҙәр кисермәй һалдат. Минометсы булып, фронттың иң ауыр участкаларында һуғыша. Өс тапҡыр яралана. Ғаиләһенә, Тыуған иленә һөйөү, уны ауырлыҡтарға бирешмәҫкә көс, ҡеүәт бирә. Һуғыш ваҡытында өләсәйгә лә еңел булмай. Ире һуғышҡа киткәндә икенсе ҡыҙҙары Нәйлә тыуа. Өләсәй ҙә ауырлыҡтарға бирешмәй ең һыҙғанып колхозда эшләй, балалар тәрбиәләй, донъя көтә. Ҡартатайыбыҙ 1946 йылдың 20 мартында имен-һау һуғыштан ҡайта. Ул япондар менән дә һуғышып, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар икмәк ташыусы булып эшләй. Юлановтар биш баланы аяҡҡа баҫтыралар. Ҡартатайыбыҙ бик әҙәпле, йомшаҡ күңелле кеше ине. Хәҙер уйлайым да иҫем китә, мәшхәр эсенән ҡайтып та күңеле бер ҙә ҡатыланмаған. Беҙ ейән-ейәнсәрҙәре каникул ваҡытында уларға барып йөрөнөк. Өләсәй менән бик матур йәшәнеләр. Ҡурсаҡ һымаҡ өйҙәре гел бөхтә, аштары татлы булды. Ҡартатай һыйырын ҡыуғас, кәртә ҡураһын һепереп ҡуя торғайны. Өләсәй самауырға һалып йомортҡа бешерә, сөсө икмәк, май икмәк өлгөртә. Бер ҙә тауыш күтәреп, яман һүҙ ҡулланманылар. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәнеләр. Улар араһында оло мөхәббәт булғандыр, ҡартатай менән өләсәй, бер йылда, аҡҡоштар һымаҡ, был донъянан китеп барҙылар. Тормош дауам итә. Бер ҡыҙы, 100-гә яҡын ейән-ейәнсәрҙәре ҡартатай, өләсәйбеҙҙе онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ. Рәхмәт һиңә еңеү һалдаты, рәхмәт һиңә, ҡартатай!

Рәхмәт һиңә, ҡартатай!
Рәхмәт һиңә, ҡартатай!
Рәхмәт һиңә, ҡартатай!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас