

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө егерменсе тапҡыр билдәләнә. Ул 95 йыл элек барлыҡҡа килгән ғәскәрҙең тыуған көнөнә бағышланған. Тап 1930 йылда Воронеж эргәһендәге күнекмәләрҙә тәүге 12 десантсы парашютта ТБ-3 бомбардировщигынан ырғыған. Ошо маневрҙан һуң эксперттар хәрби көстәрҙең ошондай төрөн булдырыу кәрәклеген аңлай. Шунан алып Һауа-десант ғәскәрҙәренең данлы тарихы үҫешеүен дауам итә. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө – ул хәрби батырлығы, ҡаһарманлығы менән һәр ваҡыт тәрән һоҡланыу, ихтирам уятҡан элиталы ғәскәр, “ҡанатлы пехота” десантсыларына хөрмәт күрһәтеү. Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – һәр буласаҡ һалдат өсөн ҙур хыял. Шулай ҙа ҡәтғи талаптарға бөтәһе лә ярай алмай. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡасандыр хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ Флүр Үтәмишев был турала яҡшы белә.
Флүр Фазулла улы Вәлит ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән спорт менән мауыға ул – йүгереү, саңғыла шыуыу менән шөғөлләнә, волейбол уйнай. Өфө йылға училищеһында белем ала. 1992 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби комиссариатта уға уның яҡшы физик әҙерлеге менән Хәрби-десант ғәскәрҙәренә эләгеүен әйтәләр.
–Армияға үҙем теләп киттем. Хәрби-десант ғәскәрҙәренә эләккәс бик ҡыуандым. Тула өлкәһе Слободка ауылындағы часта ике ай дауамында йәш һалдат курстарын үтеп, хәрби ант бирҙем. Һуңынан Түбәнге Новгород өлкәһе Мулино ҡасабаһында дүрт ай хәрби әҙерлек үттек. Уҡып бөткәндән һуң миномёт расчёты командиры, кесе сержант званиеһын бирҙеләр һәм шул ваҡытта Ҡарасәй–Черкес Республикаһында урынлашҡан 56-сы десант-штурмлау бригадаһы составында хеҙмәтемде дауам иттем, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем.
Тәүге тапҡыр парашют менән һикереү унда һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр тыуҙыра. «Әлбиттә, ҡурҡтым, – тип бүлешә хәтирәләре менән денсантсы. – Әммә, АН-2 самолеты салонында һикерергә әҙер торған саҡта, был ҡурҡыу ҡайҙалыр юҡҡа сыға һәм һин өйрәткәнде генә эшләйһең. Командаларҙы аныҡ башҡарһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ!»
Хәрби рух, хеҙмәттәштәргә ярҙам итеү, сабырлыҡ уға тейешле ваҡыт эсендә лайыҡлы хеҙмәт итергә ярҙам итә. Һәр ир-егет кеүек үк, армия йылдары уның өсөн тормош мәктәбенә әйләнә, рух ныҡлығы, ҡаһарманлыҡ, үҙеңде, яҡындарыңды яҡлай белеү һәләтенә өйрәтә. Ул Ватаны алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән һәм хеҙмәттәштәре араһында ысын дуҫтар тапҡан. Улар менән әле лә бәйләнеш тота.
Десантсы Флүр 1994 йылда демобилизациялана. Шул ваҡыттан алып байтаҡ һыуҙар аҡҡан: хәҙер ул ҡатыны Альбина менән Аҡъяр ауылында йәшәй. Татыу ғаиләлә ҡыҙҙары Розалия менән Нәркәс һәм улдары Мораҙым буй еткергән. «Ҡыҙыбыҙ Розалия кейәүебеҙ Рәшит менән ғаилә ҡороп, беҙгә ейәнебеҙ Русланды бүләк итте», – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Флүр Фазулла улы.
Әрменән һуң ул Аҡъяр һөнәрселек училищеһында водитель, иретеп-йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Уҡып бөткән мәлдә тырыш һәм оҫта ҡуллы егетте училищела производство мастеры итеп эшкә алалар. Ул буласаҡ водителдәрҙе, иретеп-йәбештереүселәрҙе уҡыта башлай. «2010 йылда училищены Аҡъяр тау колледжы менән берләштергәстәр, унда водитель булып эшләй башланым. Былтырҙан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында автобус водителе булып эшләйем», – ти мәҡәлә геройы.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө – Үтәмишевтар ғаиләһендә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Ғаилә башлығы был дата уңайынан районда йыл һайын үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға тырыша.
–Бөтә десантсыларҙы Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө һәм был төр ғәскәрҙең булдырылыуына 95 йыл тулыу менән ысын күңелдән ҡотлайым. Барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡлы-ҡыуаныслы көндәр, оҙон ғүмер теләйем. Алла бирһә, йорт-илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, – тип теләне Флүр Үтәмишев.
Изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм “зәңгәр береттар”ҙы байрамдары менән ихлас тәбрикләйбеҙ.