ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2025, 17:03

95 йыл элек Хәйбулла районы барлыҡҡа килгән

1930 йылдың 20 авгусында Башҡортостанда кантондар бөтөрлөп, райондар ойошторола

95 йыл элек Хәйбулла районы барлыҡҡа килгән95 йыл элек Хәйбулла районы барлыҡҡа килгән
95 йыл элек Хәйбулла районы барлыҡҡа килгән
Башҡортостандың 43 муниципаль районы, шул иҫәптән Хәйбулла районы ойошторолоуына 95 йыл тулды. Был хаҡта республика Муниципаль берәмектәр советының телеграм-каналында хәбәр ителә.

1930 йылдың 20 авгусында Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән административ-территориаль бүленеш системаһы индерелә. Башҡорт АССР-ында 48 район барлыҡҡа килә, кантон системаһы бөтөрөлә.

Бөгөн 1930 йылда ойошторолған 43 муниципаль район юбилейын билдәләй.

«Ошо райондарҙың һәр береһе үҙ биләмәләрен төҙөкләндерә һәм арабан үҫешә», — тиелә республиканың Муниципаль берәмектәр советы белдереүендә.

Фото:Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советының телеграм-каналы

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас