ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2025, 04:15

Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға сираттағы ылау  юлға сыҡты

Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Бының тураһында "Тыуған тыл.Хәйбулла" яугирҙарға ярҙам итеү төркөмө етәксеһе Филүзә Ишемғолова мәғлүмәт бирҙе.

–10 август сираттағы гуманитар ылау Херсон, Запорожье өлкәләренә юлға сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән "Тыуған тыл. Хәйбулла" төркөмө әҙерлекте алдан башланы, яҡташтарыбыҙҙың заявкалары буйынса аҡса йыйып, бик күп әйберҙәр һатып алынды: бензин бысҡылары, "болгаркалар", иретеп-йәбештереү аппараты, көрәк һаптары, көрәктәр, балта һаптары, инструменттар йыйылмалары, отверткалар йыйылмаһы, йылытҡыс мейес, изолондар, шөрөп борғостар, палаткалар, баннерҙар, саморездар һәм ҡаҙауҙар, сүкеш, балта, калун балталар, иретеп йәбештереүсе аппаратҡа маска, газ баллондары, бер тапҡыр файҙаланылған һауыт-һаба, медикаменттар, бирсәткеләр, йоҡлау тоҡтары һатып алынды. Тылда эш ҡайнай, ул бер көнгә лә туҡтамай. "Тыуған тыл. Хәйбулла" төркөмө ирекмәндәре алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Был гуманитар ылау менән бик күп махсус селтәрҙәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ арҡандар, дронға ҡаршы ҡорамалдар, мунса миндектәре, тоҙланған сало, ҡайнатмалар, бал оҙатылды. Шулай уҡ ата-әсәләре тарафынан йыйылған шәхсән күстәнәстәр егеттәребеҙгә өй йылыһы, күңел йылыһы өҫтәр тип өмөтләнәбеҙ. Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж, шуның өсөн дә беҙ ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтәбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың һорауҙары буйынса аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡан, гуманитар ярҙам алып килгән райондаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙға, гуманитар ылауҙы оҙатып барыусы егеттәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тыл һәм фронт бергә булғанда ғына еңеүгә өмөтөбөҙ ҙур һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине Филүзә Азат ҡыҙы.

Хәйбулла халҡының гуманитар ярҙамы имен барып етеп, яҡташтарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Тыл менән фронт берҙәм булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас