

Изгелек ҡыл! Вәзәм ауылында матур урында элекке мәсет ултыра. Уның тарихы бик бай, иҫтәлекле йорт. Мәсет, унан клуб, унан тағын мәсет булған заманында. Ул әле эшкә яраҡһыҙ, авария хәлендә. Яңы мәсет тә бар ауылда. Әммә уның тарихы ауылдаштарҙың язмышы менән бәйле, хәтирәләр менән тулы матур урын. Июнь айында баҡса тирәләре ир-егеттәр тарафынан таҙартылды, ҡарт ағастар алынды һәм иҫке мәсетебеҙҙең тыштан буяғы уңғаны күңелде ҡыра. Күрше тирәләге апай-ағайҙар был күренеште төҙәтергә ниәтләп балалар менән һөйләшкәс бер ҡарар менән мәсетте буяр кәрәк тигән уртаҡ фекергә киләләр. Марат һәм Зөлфиә Мусиндар, Әхмәт һәм Гөлнара Ашировтар ғаиләләре менән был эшкә тотона. Ике ғаиләнең дә тырыш, ярҙамсыл балалары буяҡтар алып бирә, ә ата-әсәләр һәм ауылдағы ейәндәр буяй ҙа башлай. Ярҙамға апайҙары Клара һәм Зәкиә Мусиналар ҙа ҡушыла. Башлаған эштәре уң булһын, ҙур һауап ала улар, ауыл матурлығын, төҙөклөгөн һаҡлайҙар һәм өлгө күрһәтә башҡаларға был матур ғаиләләр. Афарин тибеҙ һеҙгә, балаларығыҙға ла, үҙегеҙгә лә тик уңыштар юлдаш булһын, һаулыҡ, шатлыкта ғүмер итегеҙ!