

Егеттәрҙе кадет корпусына матур хәрби кейемдәр, парадтар, погондағы йондоҙҙар түгел, ә киләсәктә илде һаҡлаусы булыу теләге алып килә. Аҡъяр ауылынан Зөлҡәрнәй Зөлҡәрнәев та шундай ниәттә уҡырға ингән кадеттарҙың береһе. Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан егет быйыл Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусын алтын миҙалға тамамланы.
-Бәләкәйҙән хәрби булырға теләнем. Атайымдың дуҫы хәрби ине, бәлки шул да йоғонто яһағандыр. 5-се кластан кадет корпусына уҡырға барырға теләгем көслө булды. 7-се класта был хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн үҙ алдыма маҡсат ҡуйып, тырышып уҡый башланым һәм уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамлап, 8-се класҡа кадет корпусына уҡырға индем.Унда белем алған таныштарымдан кадет корпусында уҡыу еңел түгеллеген белә инем һәм үҙемде физик һәм мораль яҡтан әҙерләнем. Спортҡа ныҡлы иғтибар бүлдем: еңел атлетика менән шөғөлләндем, турникта күтәрелдем һәм башҡа физик күнекмәләр яһаным. Уҡырға нигәс, уҡытыусыларым мине хуплап, һәр яҡлап ярҙам итте. Кадет корпусына уҡырға килгәс, ябай мәктәптән айырмаларын күрҙем. Унда күбеһенсә физик әҙерлеккә, дисциплина һәм тәртипкә, бер үк ваҡытта уҡыуға ла баҫым яһала. Көндә таң менән тороп, зарядка эшләйһең. Миңә уҡытыусыларҙың нисек дәрес алып барыуҙары, үҙ предметына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙары, үҙ фекерҙәрен аныҡ белдереүҙәре оҡшаны. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың индивидуаль уҡыу планы бар ине. Бына ошоларҙың барыһы ла минең киләсәк яҙмышыма йоғонто яһағандыр һәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырырға, уҡыуҙы алтын миҙалға тамамларға ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Миңә белем биргән уҡытыусыларымдың һәммәһенә лә рәхмәтемде белдерәм, - ти Зөлҡәрнәй Илдар улы.
9 майҙа Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парадта ҡатнашыу өсөн дә тап Зөлҡәрнәйҙе һайлап алалар һәм ул кадет корпусының байрағын тотоп бара. Әйтергә кәрәк, был мөһим миссияны үтәргә лә бөтәһен дә ҡуймайҙар. Үҙ сиратында был да үҙе бер ғорурлыҡ. Лидерлыҡ сифаттары өсөн Зөлҡәрнәй өлкән сержант званиеһында взвод командиры урынбаҫары, старшина вазифаһын башҡара. Көслө рухлы егеттең киләсәккә маҡсаттары ҙур, Мәскәүҙә хәрби йүнәлештә юғары белем алыу теләге менән яна.
Тырыш һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән, үҙ иленең ысын патриоты булған Зөлҡәрнәйгә киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 26-сы һанында