ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2025, 05:22

Изге юл һеҙгә, егеттәр!

Аҡъяр, Бүребай, Федоровка, Татыр-Үҙәк, Садовый, Өфө ауылдарынан 15 егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәт итергә юлланды. Район үҙәгендәге Саҡырыу пунктында буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе Салауат Юлдашбаев изге теләктәрен еткерҙе.

Изге юл һеҙгә, егеттәр!Изге юл һеҙгә, егеттәр!
Изге юл һеҙгә, егеттәр!

–Бөгөн 15 райондашыбыҙҙы тантаналы рәүештә әрмегә оҙатабыҙ. Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫ-иштәрегеҙ бөгөн һеҙҙе бергәләп оҙата, бер йыл үткәс шатланып ҡаршы алырға яҙһын. Хәйбулла егеттәргә тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, – тине район башлығы.  

Буласаҡ һалдаттарға район хакимиәте исеменән әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто йырсыһы Наҙгөл Ултраҡова башҡорт батырҙарына арналған «Нуғайбәк» халыҡ йырын моңло башҡарыуы,  призывниктарҙың береһе – «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Марсель Мөхәмәтйәновтың «Рекрут» бейеүен дәртле башҡарыуы  барыһының да күңелен күтәрҙе. Тантаналы сара әрмегә алынған егеттәргә онотолмаҫлыҡ матур бүләк булды.

Матур йолаға ярашлы, буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға егеттәрҙең ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла килде. Кемдер берҙән-бер, ә кемдер бер ыңғайы ике улын – игеҙәктәрҙе хәрби хеҙмәткә тулҡынланып оҙатты.  Оҙатыусыларҙың барыһының да теләге бер булды: «Егеттәребеҙ матур хеҙмәт итеп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар. Иң мөһиме, донъялар тыныс булһын».

Хәйбулла егеттәренең Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, ә уларҙы көткән атай-әсәйҙәргә, туғандарға һәм дуҫтарға сабырлыҡ теләйбеҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!

Нур Ғәзизов, Өфө ауылы:

–Әлеге генә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты технология факультетын тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Повестка килгәс, медкомиссия үтеп, бөгөн күтәренке кәйефтә әрмегә юлланам. Бөтә призывниктарға уңышлы, иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйем.

Степан һәм Иван Хуртиндар, Федоровка ауылы:

–Беҙ игеҙәктәр. Быйыл икебеҙ ҙә Аҡъяр тау колледжының 4-се курсын  тамамланыҡ һәм диплом эштәрен уңышлы яҡланыҡ. Еңел атлетика менән мауығабыҙ, шуға хәрби тормошо беҙҙең өсөн ауыр булмаҫ тип өмөт итәбеҙ. Ғаиләбеҙҙә атайыбыҙ, ағайыбыҙ ҙа әрмелә намыҫлы хеҙмәт итте. Беҙ ҙә улар кеүек матур хеҙмәт итеп ҡайтырбыҙ тип ышанабыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас