ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2025, 14:17

Башҡортостанда иң һирәк һәм иң йыш ҡушылған исемдәр аталды

Иң популяр исемдәр – Әмир һәм Әминә.

Башҡортостанда иң һирәк һәм иң йыш ҡушылған исемдәр аталдыБашҡортостанда иң һирәк һәм иң йыш ҡушылған исемдәр аталды
Башҡортостанда иң һирәк һәм иң йыш ҡушылған исемдәр аталды

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 22 июнгә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың үҙенсәлекле һәм популяр исемдәре билдәле булды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Дзерасса, Афрузабегим, Юлгизә, Нурзиҙә, Әрифә, ә малайҙар араһында Гулмамад, Абдурахман, Игнат, Оятулло һәм Данте исемдәре осрай.

Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре иһә Әминә (188), Амелия (184), Эмилия (172), Ева (170) һәм София (167). Малайҙарға йышыраҡ Әмир (242), Эмир (184), Марк (168), Тимур (166) һәм Мирон (163) тип ҡушҡандар.

 Фото:Ксения Калинина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас