ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь 2025, 06:09

“Сәләм” телеканалынан бүләктәр

-

“Сәләм” телеканалынан бүләктәр“Сәләм” телеканалынан бүләктәр
“Сәләм” телеканалынан бүләктәр

Республикала  Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Дуҫ йәшәйек” телевизион проектына йомғаҡ яһалды. Уның сиктәрендә «Сәләм» телеканалы, республиканың урындағы телестудиялар менән берләшеп, Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре тураһында тапшырыуҙар циклы менән таныштырҙы. Хәйбулла районының ишле ғаиләләре лә ике программаның геройы булды.

“Сәләм” телеканалының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айгөл Әхмәҙиева Бүребай ауылынан Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар һәм Аҡъярҙан Илгиз һәм Юлиә Юлановтарға иҫтәлекле бүләктәр һәм 10 меңлек сертификаттар тапшырҙы. Шулай уҡ Айгөл Уйылдан ҡыҙы Аҡъяр телевидениеһына уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн  күп функциялы принтер-сканер бүләк итте.

-Был проект йыл буйына барҙы һәм беҙ республиканың 22 районында булып, ишле ғаиләләр тураһында тапшырыуҙар әҙерләнек. Шул иҫәптән Хәйбулла районынан ике ғаиләне күрһәттек. Ошо проектты йомғаҡлау өсөн Хәйбулла районына килдем һәм телеканал һәм үҙемдең исемдән бүләктәр тапшырҙым. Был проекттың әһәмиәте республикала йәшәүсе өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү, - тине Айгөл Уйылдан ҡыҙы.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас