

Ғаилә башлығы Шәһит Ғәбделмөрит улы 1969 йылда Иҫәнгилде ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибай педогогия училищеһына уҡый. 2003 йылда ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 10 йылға яҡын биология, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта. Артабан үҙ эшен асырға ҡарар итә. Бөгөн ул микро автобус һатып алып, район үҙәгенә, Сибай ҡалаһына пассажирҙар ташый.
Йүнсел ғаилә күпләп мал-тыуар ҙа аҫрай, ҡош-ҡорт та үрсетә, баҡсала күҙ яуын алырҙай сәскәләрен дә, мул уңыш биргән йәшелсә, емеш-еләктәрен дә үҫтерә. Донья көтөүгә бар тырышлыҡтарын һалып, бәхетле, матур ғаилә булып, ауылдаштарына өлгө күрһәтеп йәшәй Йыһаншиндар.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында уҡығыҙ