“Балалар үҫтереп, бер-береңә терәк-таяныс булып, ҡыуанып-шатланып йәшәүгә ни етә”, - ти Айытбаевтар. Уңған, әүҙем, һәр йәһәттән килгән был ғаилә – Иҫәнгилде ауылы күрке. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән был матур ғаиләнән тыш Иҫәнгилдене күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ғаилә башлығы ауыл старостаһы, хужабикә мәҙәни ойоштороусы. Ауылда үткән бер сара ла, экологик өмәләр ҙә уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Иршат Әхәт улы 1963 йылда Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында белем ала. 1982 йылда тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәс, ике йыл Грузияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң, уҡытыу эшен дауам итә һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт, география дәрестәренән белем бирә. Дөйөм педагогик стажы 43 йыл. Уның араһында 7 йыл мәктәп директоры вазифаһын уңышлы башҡара. Мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Уҡытыусы тигән изге һәм ауыр һөнәргә бар ғүмерен бағышлап, үҙ эшен ҙур теләк менән башҡарған, балаларға ихлас күңел йылыһын бүлгән педагог ул. “Үҙ ғүмеремде уҡытыусы һөнәренә бағышлағанға бер ҙә үкенмәйем”, - ти тәжрибәле уҡытыусы.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 22-се һанында