ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2025, 15:15

Китапханасы ла, ирекмән дә

Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки бөгөнгө көндә ул - мәҙәни ойоштороусы ла, педагог та, артист та, психолог та булып тора. Уларҙың көндәлек хеҙмәте аша кешеләрҙең белеме арта бара. Үҙәк район һәм бер үк ваҡытта Байғусҡар ауылы китапханалары хеҙмәткәрҙәре Зилиә Абдрахманованы үҙ эшенең оҫтаһы тиһәң дә була. Ул яратҡан эшендә тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт иткән үҙ эшенә тоғро китапханасы.

Китапханасы ла, ирекмән дәКитапханасы ла, ирекмән дә
Китапханасы ла, ирекмән дә

Мәктәптә уҡый башлаған көндәренән үк уҡытыусы булыу хыялы баҙлай күңелен. Әммә бер ни тиклем икеләнеү ҙә кисерә. Ни тиһәң дә, уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше үҙ иңенә яуаплы бурыс ала. Сибай педагогия колледжына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Уҡыуҙан һуң Яковлевка мәктәбендә уҡытыусы, Татыр-Үҙәк ауылы китапханалырда эшләй башлай. Аҙаҡ район үҙәк китапханаһында эшләүен дауам итә.

«Китапханасының эше рәхәт – көнө буйы китап уҡып ҡына ултыра...» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм,” – ти әңгәмәсебеҙ. Әлбиттә, китапханасы уҡырға тейеш. Шулай ҙа бөтә көн китап уҡыу менән генә үтмәй. Яңы килгән китаптарҙы, әҙәбиәтте уҡып, анализлап, күргәҙмәләр туплап, уҡыусыларға тәҡдим итеү өсөн исемлек әҙерләп ҡуйыу ҙа эште еңелләштерә. Уҡыусыға нимәлер тәҡдим итерҙән алда китапханасылар үҙҙәре ҙә мәғлүмәтле булырға тейештәр бит.

тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында

Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас