

Радио көнө — Рәсәйҙә генә түгел, ә радиоэлемтә йәмғиәт үҫешендә төп роль уйнаған башҡа илдәрҙә лә билдәләнгән байрам. Бөгөн радио, интернет һәм телевидение яғынан конкуренцияға ҡарамаҫтан, мөһим киң мәғлүмәт сараһы булып ҡала.
Инде ике тиҫтә йылға яҡын наҙлы тауышы менән радио тыңлаусыларҙы үҙенә арбаусы яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһынан Динара Сафинаның радиотапшырыуҙарын республиканың үҙәк каналдарында даими тыңлайҙар һәм таныйҙар. Ул «Юлдаш» радиоһында «Яңылыҡтар» бүлегендә мөхәррир булып эшләй. Һәр сәғәт һайын тыңлаусыларҙы ил һәм республикалағы мөһим ваҡиғалар менән таныштыра, оператив мәғлүмәт еткерә. Тура эфирға сығып, байрамдарҙан, төрлө сараларҙан репортаждар эшләй. Шул уҡ ваҡытта «Сәләмәтлек» тапшырыуын да алып бара. Сығарылышта билдәле табиптар, медицина белгестәре ҡатнаша. Улар сәләмәтлекте нығытыу, ауырыуҙарҙан арыныу, уларҙы иҫкәртеү саралары хаҡында кәңәштәр бирә. Төп эшенән тыш «Ете ҡыҙ» социаль проектында тора. Ул яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттарҙы берләштерә һәм шундай уҡ ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға посылкалар туплайҙар, сәк-сәк әҙерләйҙәр, туҡмас киҫәләр.
-Бала саҡтан үҙемде телевидение, радио өлкәһендә күрә инем. Көҙгө алдына ултырып, текстар уҡырға яраттым. 9-сы кластан һуң, Сибай педагогия колледжына уҡырға индем. 2-се курста урындағы телевидениела эшләй башланым. Әүҙем, һәләтле йәштәр тураһында тапшырыуҙар әҙерләп, эфирға сығарҙыҡ. Журналист булыу теләге Өфөгә алып килде. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Студент йылдарында уҡ «Юлдаш” радиоһы менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Ҡулыма диплом алғас, 2009 йылда "Юлдаш" радиоһына эшкә килдем. Бында мине татыу, берҙәм коллектив ҡаршы алды. “Юлдаш”та алдынғы ҡарашлы, креатив, заман менән бергә атлаған хеҙмәттәштәрем эшләй. Эфирҙан тыш, төрлө концерттар, акциялар, конкурстар, легендар дикторыбыҙ, остазым Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры һәм башҡа саралар ойошторабыҙ. Республика тормошонда ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, "Яңылыҡтар" бүлегендәге коллегаларым менән өсөнсө йыл рәттән йүгереү марафонында стартҡа баҫабыҙ. Коллегам Айбулат Сәсәнбаевтың "БуранФМ" спектаклен сәхнәләштерҙек һәм кинофильм итеп экранға ла сығарҙыҡ. Мин төп ролдәрҙең береһен - Гөлнараны уйнаным, -ти Динара Сафина.
Тормошон радио менән бәйләгән Динара Сафина Йәнтеш ауылында Арыҫлановтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә тыуа. Әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Фәниә Сәлихйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Әлеге ваҡытта ауылдағы «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе. Атаһы Насибулла Йәрмөхәмәт улы оҙаҡ йылдар «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында, һуңынан «Һаҡмар» шифаханаһында эшләгән. Ғаиләлә дүрт бала үҫкәндәр. Әле ике апаһы һәм ағаһы үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Тормош иптәше Самат Хәлил улы төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Ҡыҙҙары Әҙилә һәм улдары Арыҫлан башҡорт гимназияһында уҡыйҙар, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Арыҫлан 3 йәштән «Тамыр»ҙа «Сәңгелдәк» тапшырыуын алып барһа, әле вокал-йыр студияһында шөғөлләнә. Үҙен кино актеры булараҡ та һынап ҡараған. Тормош иптәше һәм балалары журналист эшенең тыңғыһыҙ икәнен аңлап ҡабул итәләр, һәр башланғыста терәк-таяныс булып торалар.
-Хәйбулла ла ойошторолған саралар буйынса хәбәрҙармын. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге менән даими бәйләнештә торабыҙ. Яҡташтарым матур яңылыҡтары менән уртаҡлаша, район тормошо башҡа тарафтарға ла сағылдырыла. Халыҡҡа ихлас хеҙмәт иткән радиоканал “Беҙ бергә” девизы аҫтында эшләй. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. "Юлдаш" - ул халҡыбыҙҙың дуҫы, юлдашы. Ошо дуҫлыҡ киләсәктә лә нығынһын, тыңлаусылары күп булһын, - ти Динара Насибулла ҡыҙы.
Яҡташыбыҙҙы һөнәри байрамы, Радио көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Эшендә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Әнисә Рахманғолова.