ЙӘМҒИӘТ
2 Май 2025, 17:01

"Искра" ялға ҡайтҡан

"Икенсегә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Бергә хеҙмәт иткән яугирҙар менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙербеҙ. Бында бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ берләштерә. Ауылдашым, күршем менән бер урынға эләктек, һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ. Уның да контракт төҙөгәнлеген белмәнем, барғас, осраҡлы ғына күреп ҡалдым",  - ти Байғусҡар батыры.

"Искра" ялға ҡайтҡан"Искра" ялға ҡайтҡан
"Искра" ялға ҡайтҡан

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда мөмкинлектән файҙаланып, улар менән күрешеп ҡалырға тырышабыҙ.  «Искра» позывнойлы  яугирҙең дә отпускыла булыуын белгәс, редакцияға осрашыуға саҡырҙыҡ.

-Украиналағы махсус хәрби операция башланғас, күп яҡташтарым, ҡаһарман,  илһөйәр  ир-егеттәр илебеҙ һағына баҫты. Тыуған илгә хәүеф янағас, мин дә ситтә ҡала алманым, - тип һүҙ башланы “Искра”. -  Әле Херсон йүнәлешендә механик-водитель булып хеҙмәт итәм, танкыла йөрөйөм. Унда ҡыш булмай, ямғыр күп яуа. Әле унда йәй тиһәң дә була. Икенсегә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Бергә хеҙмәт иткән яугирҙәр менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙербеҙ. Бында  бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ  берләштерә. Ауылдашым, күршем менән бер урынға эләктек, һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ. Уның да контракт төҙөгәнлеген белмәнем, барғас, осраҡлы ғына күреп ҡалдым. Яугир егеттәрҙең һәммәһе лә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙәре ҡыуаныслы. Айырыуса балалар яҙған хаттар кәйефте күтәрә, күңелде йылыта. Ирекмән Юлиә Ғәлиеваның беҙгә ярҙамы ҙур. Һәр бер мөрәжәғәтебеҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Беҙҙең заявкалар буйынса эшләп, гуманитар ярҙам ебәреп тора, уның менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе яҡташтарымдың һәммәһенә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәм.

Байғусҡар ауылы егете мәктәптән һуң Аҡъяр һөнәрселек училищеһында уҡый. Артабан бер йыл Омскиҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә шахтер булып эшләй. 2023 йылдың 22 сентябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

- Махсус хәрби операцияла “Башҡорт” позывнойлы бер туған ҡустым менән икәүләп ҡатнашабыҙ. Мин контаркт төҙөгәндән һуң, ҡустым да барырға ҡарар итте. Әле ул Авдеевкала хеҙмәт итә. Ғинуарҙа отпускыға ҡайтып китте. Ҡустым менән ике йыл күрешкәнебеҙ юҡ. Шулай уҡ ике туған ҡустым да махсус хәрби операция биләмәһендә. Кемдер Ватаныбыҙҙы һаҡларға тейеш бит. Әгәр беҙ бармаһаҡ, илебеҙҙе дошмандарҙан кем яҡлар? Илде һаҡлау — һәр ир-егеттең төп бурысы тип уйлайым. Ситтә йөрөһәң? тыуған яҡ, ата-әсәй  ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Бәләкәй генә бүләккә лә, йылы һүҙгә лә, иғтибарға ла ҡыуанаһың. Ике аҙна һайын алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Унан имен-һау ҡайтыу ҙур шатлыҡ. Атай-әсәйем менән телефондан даими һөйләшеп торабыҙ. Алғы һыҙыҡта булғанда ғына бәйләнешкә сығып булмай. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына иманым камил. Икенсе төрлө булыуы мөмкин дә түгел, - ти яугир.

“Искра” менән бергә атаһы Радик Яхъя улы ла килгәйне. Әңгәмә барышында Радик ағай улдары менән сикһеҙ ғорурланыуын билдәләп үтте. 

- Улдарымдың икеһе лә махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар иткәс, бындай ҡыйыу аҙымға барыр алдынан тағы бер тапҡыр уйларға кәңәш иттем. Әммә улдарым үҙ һүҙҙәрендә торҙо. Икеһен дә бер-бер артлы МХО-ға оҙатҡас, башта ҡыйын булды, көн һайын хәбәр көттөм. Икәүһен дә бәләкәйҙән үҙем менән бергә алып йөрөп эшкә өйрәттем. Әле улар эшкә өйрәткәнем өсөн рәхмәт белдерә. Әлбиттә, Тыуған илде һаҡларға кәрәк. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарыбыҙ еңеү менән ҡайтһын, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын. Етәр инде, күпме ҡан ҡойорға була,  - тине Радик Яхъя улы.

Хәйбулла егеттәре Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә, ә уларҙың ғаиләләре һәм туғандары имен-һау ҡайтыуҙарын көтә.  Шулай ғына була күрһен, һәр бер яугирға ла яҡындары менән именлектә осрашырға яҙһын.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас