ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2025, 08:46

Халыҡ өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт

Район мәҙәниәт йортонда  Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Халыҡ өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәтХалыҡ өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт
Халыҡ өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт

Район мәҙәниәт йортонда  Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар,  ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

-Райондың урындағы үҙидара командаһында тиҫтәләгән кеше эшләй - улар ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, район хакимиәтенең төрлө структур бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре.

Уларҙың көндәлек эше халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуға – инфраструктураны үҫтереүгә, урамдарҙы төҙөкләндереүгә һәм социаль объекттар төҙөүгә, граждандарҙың төрлө категорияларына социаль ярҙам сараларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Урындағы үҙидаралыҡ бөтә илдең образын билдәләй. Был беҙҙең һәр беребеҙгә йөкмәтелгән яуаплылыҡ хаҡында һөйләй. Бөтә коллегаларыма тыуған районыбыҙ именлеге өсөн арымай-талмай эшләгәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәм һәм уңыштар теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Муниципаль район Советы рәйесе Ришат Рәхмәтуллин да урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап үтте.

Сарала күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн бер төркөм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Район хакимиәтенең финанс идаралығының баш бухгалтеры Зәйтүнә Абушахмина  "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас