

Һәр ауыл үҙенең тырыш, уңған ғаиләләре менән данлы.
Атингәндә лә өлгөлө парҙар бихисап. Шуларҙың береһе – Әлфиә һәм Илдус Миңлеғоловтар. Был күркәм ғаиләнең ихатаһына инеү менән бында егәрле кешеләр йәшәүенә инандым. Һәр нимә зауыҡ менән эшләнгән, һәр әйбер үҙ урынында, ихатала ла, йорт эсе лә бөхтә, йәмле һәм ҡотло.
Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуып үҫкән. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, 1982 йылда йүнәлтмә буйынса Атингәнгә уҡытыусы булып эшкә килә. Тап ошонда буласаҡ тормош иптәшен осрата.
Ғаилә башлығы сығышы менән Әлшәй районынан. Ул Бәләбәй техникумынан һуң, шулай уҡ йүнәлтмә менән Хәйбуллаға эшкә ебәрелә. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ике йәш белгес 1983 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй. Шулай итеп Атингән ауылында матур ғаилә барлыҡҡа килә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтереп, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаталар. Әлеге мәлдә өлкән ҡыҙҙары Гөлназ һәм улдары Ринат ғаиләләре менән Аҡъярҙа йәшәй. Кинйә ҡыҙҙары Гүзәл тормош иптәше менән Миәс ҡалаһында тора.
-Балаларыбыҙҙың барыһы ла юғары белемле, тормошта үҙ юлын табып, уңышлы эшләйҙәр. Улар өсөн шатбыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә ҡыуандырып ҡына тора. - ти Миңлеғоловтар.
Әлфиә Әхмәт ҡыҙы 36 йыл башланғыс кластарҙа уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте хаҡында төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Әле хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып тик ултырмай. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы. Шулай уҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә, маскировкалау селтәрҙәрен үрешә.
-Өйҙә тик ултырырға яратмайым. Буш ваҡытымды ниндәйҙер файҙалы эшкә йүнәлтергә тырышам. Ҡышҡыһын милли биҙәүестәр, түшелдеректәр, алмаз мозаика эшләйем. Ҡул эше менән шөғөлләнеү уйҙарҙы тәртипкә килтерә, тынысландыра. Хәрәкәтләнеү өсөн скандинавса йөрөп киләм, - ти уңған хужабикә.
Илдус Мазһар улы колхозда электрик, баш энергетик, һуңынан элемтә үҙәгендә элемтәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Фиҙәҡәр хеҙмәте Почет грамоталары менән баһаланған. Дөйөм хеҙмәт стажы 42 йыл. Уның хаҡында ғәҙел, эшһөйәр, үҙенә йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡараған кеше, тиҙәр. Беҙ барғанда ла ихатала эш менән мәшғүл ине.
-Тормош иптәшемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙға йорт төҙөштө. Ауыл халҡы ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә лә береһенә лә баш тартмай. Балаларына хәстәрлекле атай, яҡындарыбыҙға ярҙамсыл туған.Тыл хеҙмәтсәне әсәйем 13 йыл беҙҙең менән йәшәп, 93 йәшендә вафат булды. Илдус ҡәйнәһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы булды. Әсәйем дә кейәүен хөрмәт итте, - ти Әлфиә Әхмәт ҡыҙы.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 16-сы һанында