ЙӘМҒИӘТ
14 Апрель 2025, 10:22

Тормошо китап яҙырлыҡ

Аҡъярҙан Фәниә Яҡшығолова 85 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай

Тормошо китап яҙырлыҡТормошо китап яҙырлыҡ
Тормошо китап яҙырлыҡ

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, унан һуңғы осорҙағы ауырлыҡтар ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм бала-саға иңенә төшә. Бөгөн һуғыш осоро балаларының  хәтирәләре беҙҙе ошо шанлы дәүер менән бәйләй. Сираттағы мәҡәлә геройым – Аҡъяр ауылынан Фәниә Яҡшығолова заманында районда ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе.

Фәниә Ибраһим ҡыҙының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ матур тарих. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда ул бер йәшлек кенә сабый була. Атаһы һуғыш башланыу менән фронтҡа китә. Алыштарҙың береһендә ҡаты яраланып, контузия ала. Госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң демобилизациялана. «Үкенескә күрә, 1949 йылда атайым һуғышта алған яраларҙан мандый алмай мәрхүм була. Әсәйем егәрле булды, яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Һуғыштан һуң да аслыҡ бөтмәне. Илде тергеҙеү өсөн халыҡ бар көсөн һалып, тырышып эшләне, киләсәккә ҙур өмөттәр бағланы. Тормош әкренләп яҡшыра барыу менән яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килгәс, кешеләр яңылыҡҡа, белем алырға ынтыла башланы», – ти әңгәмәсем.

Ул 1940 йылдың 3 майында Әҙел ауылында донъя килгән. Тыуған ауылында башланғыс белемде ала, һуңынан 7-се класҡа тиклем күрше Мәмбәт ауылы мәктәбендә уҡый, ә артабан 10-сы класты Аҡъяр урта мәктәбендә уңышлы тамамлай. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә һәм агроном һөнәрен үҙләштерә. Яҙмыш еле әле генә ҡулына диплом алған йәш белгесте «Таналыҡ» совхозына илтә.

«Совхозға эшкә урынлашҡас, агроном итеп тәғәйенләнеләр. Бер үк ваҡытта профсоюз ағзаһы булдым. Шулай төп эшебеҙҙән тыш, бергә эшләгән ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренең ауыр һәм фиҙаҡәр хеҙмәте ваҡытында һәм тейешенсә баһаланһын, уларҙың йәшәү һәм эшләү шарттарын еңеләйтеү өсөн дә тырыштыҡ. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә гел яҡшы кешеләр, үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр һәм етәкселәр менән эшләргә тура килде. Шул замандағы  хеҙмәттәштәрем һәм ауылдаштарымдың хеҙмәт ҡаҙаныштары менән әле лә ғорурланам», – тип хәтирәләр сылбырын һүтте Фәниә Ибраһим ҡыҙы.

1973-1982 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ында баш агроном булып эшләй. Ә тыуған яғына ҡайтҡас, 1982 йылда Хәйбулла районы буйынса орлоҡсолоҡ инспекцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Эшендә ул хеҙмәткәрҙәренә генә түгел үҙенә лә талапсан етәксе була.

Йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай – ауыл һәм район советтарыы депутаты итеп һайлана, урындағы профсоюз ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнә. «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре»   исеменә лә лайыҡ була. 1972 йылда делегат итеп һайланып, Мәскәүҙә үткән «Белем» бөтә Союз йәмғиәтенең сираттағы съезында ҡатнаша.

«1959 йылда димләп, таныш булмаған егеткә кейәүгә бирҙеләр. Ҡырҙан эштән ҡайтһам өйгә ҡунаҡтар йыйылған – бөтөнләй көтмәгәндә ҡоҙалар килеп, никах уҡыттылар. Ғаиләбеҙҙә бер ҡыҙ үҫтерҙек. Хәҙерге ваҡытта ул да хаҡлы ялда, дауаханала хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләне», – тип уртаҡлашты әңгәмәсем.

Мәҡәлә геройым яңғыҙы тороп ҡалғас, яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй – ярты быуат үткәс ул үҙенең йәшлек йылдарында ҡабынған мөхәббәтен осрата. Һәм шулай итеп ул хәҙрәт Хәлим Ҡорбан улы менән ғаилә ҡора.

85 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған Фәниә Ибраһим ҡыҙы  бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәй. Үҙе бөтмөр, уңған булғанға күрә уның донъяһы ла яҡты, бөхтә. Юбилярға иҫәнлек-һаулыҡ, яҡындарының ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ.

Фатима Ҡоҙабаева.

Аҡъяр ауылы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас