ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2025, 06:39

Игенселекте үҫтереүгә тос өлөш индерә

Өфө ауылында йәшәүсе Нәжип Гәрәев “Матрай” совхозы үҫешенә тос өлөш индергән ауыл хужалығы тармағы ветерандарының береһе.

Игенселекте үҫтереүгә тос өлөш индерәИгенселекте үҫтереүгә тос өлөш индерә
Игенселекте үҫтереүгә тос өлөш индерә

Өфө ауылында йәшәүсе Нәжип Гәрәев “Матрай” совхозы үҫешенә тос өлөш индергән ауыл хужалығы тармағы ветерандарының береһе. Ул хеҙмәт юлында ябай тракторсынан, баш агроном, директор урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә.

Нәжип Хажиәхмәт улы 1954 йылда Первомайка ауылында донъяға килгән. Өфө урта мәктәбен тамамлағанда, бер үк ваҡытта тракторсы-машинист таныҡлығын да ала һәм совхоздың 5-се Первомайка бүлексәһенә эшкә төшә.

-Мәктәптән һуң, тракторҙа эшләп йөрөгәндә көҙгөһөн армияға повестка килде.  Ике йыл Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Первомайка  бүлексәһендә төрлө эштә эшләнем. Артабан совхоз Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрҙе.  Унда ике йыл уҡып, агроном һөнәренә эйә булдым. Башта агроном вакансияһы булмағас, ике йыл 6-сы Беренсе Мырҙа бүлексәһендә  бригадирҙың иҫәп буйынса ярҙамсыһы, управляющий вазифаһын башҡарҙым, - тип хәтер йомғағын һүтте Нәжип Хажиәхмәт улы.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 13-сө һанында уҡығыҙ

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас